

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Мәләүез ҡалаһындағы филиалының социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова һәм Ләйсән Мәхмүтова Любовь Васильевнаға “Асы” шифаханаһында дауаланыу өсөн документтар әҙерләргә ярҙам иткән.
«Ял итеүҙе ойошторған өсөн социаль координаторҙарға ҙур рәхмәт. Мине бында төрлө үҫемлектәр, таҙа тау һауаһы, иғтибарлы персонал һәм яҡшы туҡланыу менән шифахананың матур биләмәһе ҡаршы алды. Шифахананың медицина персоналының изге күңеллелеге һәм иғтибары менән ҡәнәғәтмен”, - ти Любовь Васильевна.
Әсәйҙәр ҡалала һәм районда үткәрелгән төрлө акцияларҙа, митингыларҙа, осрашыуҙарҙа, сараларҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Ярҙамдан өҙмәгәне, иғтибарҙы кәметмәгәндәре өсөн улар «Ватанды һаҡлаусылар» фондына рәхмәт белдерә. Улар әйтеүенсә, был юллама хәстәрлек кенә түгел, ә улдарының батырлығы онотолмағанлыҡты, әсәләрҙе ҡайғылары менән бер үҙҙәрен ҡалдырмағанлыҡты күрһәтә.