

МХО яугире – взвод командиры “Баграм” тураһында “Башҡортостан” гәзитендә лә, баҫмабыҙҙың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә һәм сайтында ла яҙғаныбыҙ бар. Ул – яугирҙәр араһында лайыҡлы абруй яулаған тәжрибәле командир. Гражданкала яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ауырғазы районы Советы депутаты ла, һунарсы ла, умартасы ла була. Сығышы менән Ғафури районынан булған “Баграм” – утты-һыуҙы үткән яугир-интернационалист та, уға бер йыл алыҫ Афған ерендә хеҙмәт итергә тура килә. Артабан оҙаҡ йылдар Ауырғазы районының автотранспорт предприятиеһында, “БашТехКонтроль” йәмғиәтендә директор булып эшләй, һуңғы 12 йылда Ауырғазы районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығын етәкләй.
Алда әйтеүебеҙсә, “Баграм”ды беҙҙең гәзит менән дә дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. “Башҡортостан”дың баш мөхәррире, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов етәкселегендә МХО биләмәһенә командировкаға барған журналистар мотлаҡ “Баграм” янында туҡтала. Ул үҙе лә ҡыҫҡа ваҡытлы ялдары мәлендә редакцияға осрашырға килгәне бар.
Быйылғы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы осоронда күптәнге дуҫыбыҙ “Баграм” “Изге подписка” акцияһына ҡушылырға ҡарар итте. Ул тыуған Ғафури районынан – өс кешегә, Ауырғазынан бер ғаиләгә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы. Улар ябай ғаиләләр түгел, барыһы ла – МХО-ла тыуған иле өсөн батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙҙең атай-әсәйҙәре.
“Баграм”ға изге башланғысы өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Ә геройҙарҙың атай-әсәйҙәренә сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ. Ярты йыл дауамында “Башҡортостан” гәзитен именлектә, һаулыҡта уҡырға яҙһын!