

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылының егәрле, төрлө яҡлап һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән “Уңғандар” клубы ағзалары барлыҡҡа килеүенең тәүге көндәренән МХО-ға, яҡташ яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, атай-әсәйҙәренә ярҙам итеүҙе төп бурыстарының береһе тип һанай.
Ауыл китапханаһы янында ойошторолған “Уңғандар”ҙың етәксеһе Хәнифә Азамат ҡыҙы Ишәлина етәкселегендә улар бихисап изге эштәр башҡара. Ошоғаса бер нисә нисә тапҡыр туҡмас ҡырҡып, госпиталдәге яугирҙәргә оҙатҡандар, окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре яһағандар, шлем аҫтынан кейелгән ҡулайлама теккәндәр.
– “Уңғандар” клубы 20-гә яҡын ҡатын-ҡыҙҙы берләштерә. Баймаҡтан Лилиә Такаева етәкселегендәге “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәнә ҡушылдыҡ. Ошо көндәрҙә МХО-ға юлланған гуманитар йөктө туплауға беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек: дүрт көндә өс маскировка селтәре үрҙек, – тине клуб етәксеһе Хәнифә Азамат ҡыҙы.
Клуб ирекмәндәре ауылдаштары тураһында ла даими хәстәрлек күрә, ололарҙың өйҙәренә йөрөп хәл белешә, йорт эштәрен башҡарыша. Шулай уҡ улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир егеттәр менән күрешеп, уларға атап махсус бүләктәр тапшыра.
Фото: Таулыҡай ауылы хакимиәтенән.