Геройҙар дәүере
26 Июнь 2025, 19:30

Яралы көйөнсә күпер һалған

Күпер һалыуҙың, хаҡ түләп, кешенән һалдырыуҙың да сауабы ҙур...

Яралы көйөнсә күпер һалғанЯралы көйөнсә күпер һалған
Яралы көйөнсә күпер һалған

Бөрйән районынан "Лесник" ҡушаматлы яугир әлеге мәлдә яраланып госпиталдә ята. Дауахананан өс көнгә генә өйгә ҡайтҡан арала, кемгәлер бәлә һалып тормайынса, яралы килеш канау аша юлға сығыр өсөн күпер эшләп ҡуйған.

Социаль селтәрҙә был хәбәргә комментарийҙарҙа "Оҙон ғүмер насип итһен хоҙай был яугирға. Уларҙа хәҙер башҡа иҫәп, башҡа ҡараш инде тормошҡа. Тыныс тормошта йәшәгән беҙҙең кеүек, һәр эшен иҫәпләп, миңә был эш өсөн кем түләй, тип тормаған", "Күпер һалыуҙың, хаҡ түләп, кешенән һалдырыуҙың да сауабы ҙур Аллаһ алдында" тип тә яҙғандар.

Афарин, яугир! Һауығып кит!

Сығанаҡ: https://vk.com/id190891036

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас