Геройҙар дәүере
29 Июнь 2025, 06:00

Яңауылдар яугирҙәрҙе ярҙамдан өҙмәй

"Өс автомобиль составында меңәрләгән саҡрым юл үттек. Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән егеттәр осрашыуға сикһеҙ шатланды. Һеҙҙең йылы теләктәрегеҙ, сәләмләүҙәрегеҙ һәм посылкаларығыҙ ысын илһам сығанағы булды", - тип яҙҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев. 

Яңауылдар яугирҙәрҙе ярҙамдан өҙмәйЯңауылдар яугирҙәрҙе ярҙамдан өҙмәй
Яңауылдар яугирҙәрҙе ярҙамдан өҙмәй

Яңауыл районы халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән бер көс булып ойошҡан. Район халҡы менән берлектә туплап оҙатылған гуманитар ылауҙар ғына ла өс тиҫтәгә тулып килә.  Бынан тыш, ирекмәндәр, “Хәрби туғанлыҡ” кеүек берләшмәләр ярҙам ойоштороп, МХО биләмәһенә, госпиталдәргә йыш бара. Яңауылда социаль ярҙам йүнәлешендәге фонд бик әүҙем эшләй.

Июнь айында яңауылдар сираттағы гуманитар ылауҙы МХО биләмәһенә алып барып ҡайтҡан. Изге эш менән район хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев үҙе етәкселек иткән.

“Эшебеҙ уң булды. Гуманитар ылау алып барып еткерелде!

Өс автомобиль составында меңәрләгән саҡрым юл үттек. Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән егеттәр осрашыуға сикһеҙ шатланды. Һеҙҙең йылы теләктәрегеҙ, сәләмләүҙәрегеҙ һәм посылкаларығыҙ ысын илһам сығанағы булды.

Беҙҙең ылауҙа мейестәр, электр генераторҙары, инструменттар, төҙөлөш материалдары һәм башҡа бик күп кәрәкле әйберҙәр бар ине. Беҙ яугирҙәрҙән рәхмәт хистәре, уларҙың тиҙ арала яҡындары янына ҡайтыу өмөтө менән тыуған яҡҡа юлланабыҙ”, – тип яҙҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Нәзир улы Ғилмиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

Сығанаҡ һәм фотолар: https://vk.com/gilmievsn

 

Яңауылдар яугирҙәрҙе ярҙамдан өҙмәй
Яңауылдар яугирҙәрҙе ярҙамдан өҙмәй
Яңауылдар яугирҙәрҙе ярҙамдан өҙмәй
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас