Геройҙар дәүере
17 Июля 2025, 12:45

Илһөйәрлек ҡандан килә

Махсус хәрби операцияла өс йыл хеҙмәт иткән Зәбир хеҙмәттәштәре һәм командирҙары араһында ихтирам һәм танылыу яулай.

Илһөйәрлек ҡандан киләИлһөйәрлек ҡандан килә
Илһөйәрлек ҡандан килә

Баймаҡ районынан 27 йәшлек “Зебра” ҡушаматлы яугир 2022 йылдың 22 сентябрендә махсус хәрби операцияға алына. Башта Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Кременнаяға эләгә. Унда яраланғас, дауаланырға ҡайтаралар. Умыртҡа һөйәгенә операция яһатып, дүрт ай нығынғандан һуң, кире МХО-ға юллана.

Был юлы 74-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһына тәғәйенләнә. Унан снайперҙар ротаһына күсерәләр. Хабаровск ҡалаһында хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Авдеевкаға ебәрәләр. Удачное ҡасабаһы эргәһендә барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша ул. Быйылғы йылдың 25 ғинуарында Донецк Халыҡ Республикаһының Покров йүнәлешендәге Удачное ҡасабаһы янында штурм ваҡытында ауыр яралана.

Яуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Зәбир Әмир улы "Батырлыҡ өсөн" һәм "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. "Батырлыҡ өсөн" миҙалы яралы һалдаттарҙы ут аҫтында 12 километр араны өс көндә үтеп  алып сыҡҡаны өсөн бирелгән.  Икенсе наградаһы уның алғы һыҙыҡтағы даими лидерлығы өсөн, һәр ваҡыт штурмда беренсе килгәне, иптәштәрен үҙенең батырлығы менән рухландырғаны өсөн тапшырылған.

Махсус хәрби операцияла өс йыл хеҙмәт иткән Зәбир хеҙмәттәштәре һәм командирҙары араһында ихтирам һәм танылыу яулай. Беҙ уның батырлығы, фиҙакәрлеге һәм ҡаҡшамаҫ рухы менән ғорурланабыҙ.

...“Зебра” – Зәбир менән еңел генә аралашып киттек. Ул Өфөләге хәрби хәрәкәттәр һәм ветерандар госпиталенә табипҡа күренергә килгәйне. Һүҙсән тип әйтмәҫ инем уны. Әңгәмә барышында яйлап ҡына асыла барҙы ул. Башта ҡоро ғына факттар килтерһә, аҙаҡ уның һөйләгәндәре аша күпме хәсрәт һурпаһы һемерергә, ауырлыҡтарҙы үтергә һәм тормошто нисек бар, шулай ҡабул итергә тура килеүен, әммә күңеле ҡатмауын, изгелеккә ышаныуын тойомланым.

1997 йылдың 7 ноябрендә Баймаҡ районының Сосновка ауылында тыуған ул. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында ташсы, монтажсы, иретеп йәбештереүсе һәм стропальщик һөнәре буйынса уҡый. 2016-2017 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында Ростов өлкәһенең Аксай районы Рассвет ҡасабаһында хәрби хеҙмәт үтә.  2017-2022 йылдарҙа төҙөлөш өлкәһендә һөнәре буйынса эшләй.

–Хәрби сынығыу үттең инде?

–Блиндаж эсенә миномет килеп инде. Башыма, ҡулыма ярсыҡтар эләгеп, ҡаты яраландым. Ырымбурға, Тоцк-2 хәрби часына алып барҙылар. Унан ял алып, Башҡортостанға, тыуған ауылым ҡайттым. Невролог, психолог реабилитицияһын үтеп, яраларым уңалғансы бында ҡалам.

Әлибәковтар, Яҡшығоловтар, Рәхмәтуллиндар, Мәзитовтар – туғандарым. МХО-ға тиклем төҙөлөштә эшләнем, ашнаҡсы, парикмахер  һөнәрҙәрен үҙләштереп, тәжрибә тупланым.

- “Башҡортостан ҡаһармандары” проектына ҡушылырға теләгең юҡмы?

- Теләгән хәлдә лә – документтарым – хәрби билетым, паспортым янып юҡҡа сыҡты. Уларҙы алып өлгөрмәйәсәкмен. Дөйөм реабилитация үтер өсөн 30 көн бирҙеләр. Ялға ҡайтмағаныма 8 ай булып китте. Бер частән икенсеһенә күскәнгә шулай килеп сыҡты. 1437-нән 15-се айырым бригадаға күстем. Был бригаданы шаяртып “Ҡоторған эттәр” тип йөрөтәләр. Иң алдан йөрөгәнгә шулай атағандарҙыр.

- Өйҙә һине кем көтә?

- Әсәйем, атайым Баймаҡ районының Сосновка ауылында йәшәйҙәр. Әсәйем Гөлдәр Әхмәр ҡыҙы быйыл 50 йәшен туйланы. Атайым Әмир Фитрат улы унан бер йәшкә олораҡ. Бер туған ҡустым Айнур әлегә бәләкәй.

- Ул һинең кеүек һалдат булам тимәйме?

- Юҡ, уҡыһын, белем алһын. Ҡартатайым Шәрифулла Әлибәков 92 йәшкә тиклем йәшәп донъя ҡуйҙы. Мулла булды.

- Мобилизацияланыусы булараҡ, ниндәй льготалар менән файҙаландығыҙ?

- Йортобоҙға газ үткәрҙеләр. Уға тиклем ауыл хкимиәте утын килтерҙе.

- Яраланғас, тәғәйен түләүҙәрҙе ала алдығыҙмы?

- Эйе, әммә, уны тап хәрби бурыс үтәгәндә алыуҙы дәлиләүсе белешмәләр булыуы мөһим. Юғиһә төрлө осраҡтар бар. Еңелсә яраға – миллион, ҡулын, аяғын юғалтҡандарға өс миллион тейеш. Мәрхүм булғандарға балалар һанына ҡарап бирелә. Уныһы барыһына ла мәғлүм. Беҙ күргәнде берәү күрмәһен инде, тиһең дә ҡуяһың...

- Дрондарға нимә менән атаһығыҙ?

- АКМ, СВД, снайпер винтовкаһы йәки автомат менән. Өҫтөңә дронға ҡаршы япманы эләһең дә окоп ҡаҙып бараһың, тепловизорҙан күренһен өсөн төшөрөп бараһың. Беҙ йөрөгән ерҙәрҙә таҙа һыу булманы. Һаҙлыҡтан, күләүектәрҙән алып эсә инек.

- Һыу таҙартҡыс ҡулайламалар ебәрәбеҙ тип күрһәтәләр...

- Улар кемгәлер барып етә, кемгәлер – юҡ. Иң алдағыларға, бәлки, килеп тә етмәйҙер. Асыҡҡас, ҡыр кәзәһе, болан, ҡабан атып ашап йөрөнөк.

- Ә бындағы тормош нисек һиңә?

- Бындағы тормоштоң мәғәнәһен күрмәйем.

- Ҡыҙыҡ түгел инде.

- Ҡыҙыҡтан түгел, маҡсат юҡ. Ашайһың, йоҡлайһың... Күңел тегендә, иптәштәр янында. Тик таныштарым яу яланында баш һалған. Әсәй-атайым, әлбиттә, ҡабат ут эсенә ебәрергә теләмәй.

- Тегендә саҡта ниндәй транспортта хәрәкәт итә инең?

- Снайперҙар йәйәү йөрөй йәки мотоциклда.

- Күҙлек кейеүең ҡамасауламаймы?

- Юҡ.

- Миномет һине килеп тапҡанда эргәңдә кемдәр бар ине?

- Пульский миномет. Хәйбулланан егет менән дрондар оса башлағас йүгереп килеп индек тә, өҫтә корректировкалаусы дрондар эленеп торҙо, шулар тапшырғандыр инде беҙҙең нөктәне. Миномет яуҙырҙылар. Блиндаждан сығып ҡастыҡ. Ятҡандар ятып ҡалды. Сығып өлгөргәндәр ағас төбөнә йәки соҡорға йәшенде, икенсе блиндажға ышыҡланды. Яраланған килеш, Удачное ҡасабаһынан Царино тигән ауылға тиклем арттарынан оҙатыусы булып килдем. Яралыларҙы носилка менән сығарҙыҡ. Медик хеҙмәтен үтәнем. Яраларын бәйләп, тәрбиәләнем, тәү ярҙам күрһәттем. Алты кешенең автоматын үҙемә элеп алдым. Ҡул һынған бит инде. 12 киломер араны өс көндә үтеп үҙебеҙҙекеләргә ҡайттып индек.

- Берәй төрлө наградаға тәҡдим итмәнеләрме?

- Юҡ, командирыбыҙ һәләк булғайны бит. Шуның арҡаһында беҙҙең состав мәхрүм ҡалды. Бер яҡтан, ғәҙелһеҙлек кеүек. Әммә иң ҙур бүләк – ул ғүмер. Был штабта ултырып ҡайтыу ғына түгел бит инде. Күпте күреп, кисерәһең. Яраланған яуҙаштар 500 метр алыҫлыҡта  ята, рация аша бәйләнештәре лә бар, ярҙам һорап ҡысҡыралар, тик унда инеп булмай.

- Госпиталдә ҡулыңа операция яһанылармы?

- Баш бармаҡҡа ярсыҡ эләккәйне. Боҙолоп китмәһен өсөн, үҙем ҡыпһыуыр менән сығарып алдым. Барыбер һөйәккә үткән. Баш бармаҡты ҡырҡырға тура килер, тиҙәр. Башҡа контузия алыу арҡаһында ҡолаҡ ишетмәй, баш әйләнеп, ҡоҫоп, саҡ ипкә килдем. Был инде беренсе генә контузия түгел.

- Ҡайһы осраҡта бармай, ҡалыр инең?

- Берәй кәләш тапһам, бәлки, ҡалыр ҙа инем (шаян йылмая).

- Иғлан бирәйек тә атыу, һиңә кәләш табайыҡ (көлөшәбеҙ). Һуғыштан һуң ҡайҙа йәшәргә теләр инең?

- Сосновкала бер түгел, өс өйөм бар. Береһе ҡартатайымдан ҡалды. Икенсеһе – ата йорто. Өсөнсөһө – үҙемә тип һалынған йорт. Ауыл балаһы булғас, йортта йәшәр инем.

- Украинкаларҙы алып ҡайтырға теләгең юҡмы?

- Беҙ булған Дмитриевка, Снежное ҡасабаларында йылмайып ҡарап торалар. Арттан төкөрөп ҡалалар. Бәләкәй балаларына тиклем таш ташлап, асыуҙарын белдерәләр. Шулай тәрбиәләнгәндәр. Урындағы халыҡ араһында яҡшылары, ямандары ла бар. Беҙҙең егеттәр араһында улар килтергән ризыҡты ашап ағыуланып үлгән осраҡтар ҙа булды. Бик һаҡ булырға кәрәк.

Һуғышҡа тиклем йырҙар яҙа инем. Гитарала уйнап йырланым. Шиғырҙар оҡшай, үҙем дә ҡайһы саҡ ижад итергә дәртләнәм. Өфөлә йәшәнем. Риза Яхин Фитрат ҡартатайым менән механизатор булып эшләгән. Улар хаҡында китап та бар. Уның өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Ауылыбыҙға газ үткәс, тәүге президент Мортаза Рәхимов килгәйне. Уны ҡаршылағанда мине йырлаттылар.

2013 йылда Сосновка урта мәктәбен тамамланым. Һабаҡташтарымдың икешәр балалары бар. Мин һаман яңғыҙым. Ғаилә ҡорған хәлдә лә, үҙеңде генә түгел, уны ла билдәһеҙлеккә дусар итәһең бит инде. Һуғышта йөрөгәс...

- Яуҙа ниндәй сифаттар иң кәрәклеһе?

- Тегендә һәр ваҡыт йыйнаҡ, иғтибарлы булыу кәрәк. Бер шулай “777” нөктәһенә ебәрҙеләр. Удачное менән Катлинаның уртаһында карьер бар. Урманлыҡ. Минән өс метр ғына алда снаряд килеп сәнселеп, шартланы. Йүгереп ҡасып ҡотолдом. Аллаһ һаҡланы. Күҙ алдымда миномет кассеткаһы саҡ битемде сыймай үтте, сүкәйеп ҡалынды.

- Ҡайтҡас, намаҙ уҡып, дин тотоп йәшәргә уйламайһыңмы?

- Атайым менән әсәйем дә, бөтә туғандарым да – намаҙҙа. Шәрифулла олатайымдың тәрбиәһе, нуры, фәтихаһы ете быуынға етерлек. Ул үҙе Бөйөк Ватан һуғышында пулеметсы булып хеҙмәт иткән. Мин дә уның юлын дауам итәм – ил һағына баҫтым. Әсәйем яғынан тамырҙарым Мөжәүир хәҙрәткә барып тоташа. Снайперҙар ротаһындағы 43 кешенән етәү генә ҡалыуыбыҙҙы әйтһәм, яуҙың ни хәтлем ауыр ҙа, яуаплы ла, аяуһыҙ ҙа икәнен аңларһығыҙ. Рита Өмөтбаеваның ағаһы менән бергә хеҙмәт иттек. Самат отпускынан һуң дауаланырға минән алдараҡ ҡайтты.

- Белгән доғаларыңды уҡып йөрөйһөң инде...

- Иҫке Сибай ауылынан хәрби хәрәкәттәр ветеранынан гуманитар ылау килгәйне. Кәрәкле әйберҙәр менән ебәрелгән “Намаҙ ҡылыу тәртибе” тигән китапсыҡты ҡайҙа ла үҙем менән йөрөтәм. Аҙым һайын “Аятел Көрси”ҙе уҡыйһың. Ул китап һәр ваҡыт биштәремдең алғы кеҫәһендә ятты. Биш литрлыҡ һауытта һыу бар ине... бер ярсыҡ яурынға тейҙе, аяғым һыуланғас, эләкте тип уйланым. Һауытты ғына сыйып үткән булып сыҡты. Егеттәр менән һауыттағы ҡалған һыуҙы тиҙ генә бүлешеп эсеп ҡуйҙыҡ.

...Бына шулай мөғжәзәүи хәлдәр ҙә булып тора икән фронтта. “Зебра” ошо арала кире МХО-ға юлланасаҡ. Уның кеүек тәжрибәле, ышаныслы яугирҙәр әлеге көндә алғы һыҙыҡта бик кәрәк. Шуны аңлай ул. Башта һөйләшкәндә үк ул үҙенең урыны тап яуҙаштары эргәһендә икәнен ап-асыҡ итеп әйткәйне бит.

Фәрештәләрең һаҡлаһын үҙеңде, яугир! Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Илһөйәрлек ҡандан килә
Илһөйәрлек ҡандан килә
Илһөйәрлек ҡандан килә
Илһөйәрлек ҡандан килә
Илһөйәрлек ҡандан килә
Илһөйәрлек ҡандан килә
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас