

Николай Васильевич Васильев 1923 йылда тыуа. 1941 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң фронтҡа алына. 1942 йылда һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлай. 3-сө Украина составында Киев йүнәлешендә разведчик булып хеҙмәт итә. Ветеран үҙ ғүмерендә 200-ҙән ашыу тапҡыр парашют менән һикергән.
Һуғыш тамамланғас, уҙаман 25 йыл күҙәтеү органдарында хеҙмәт итә.
Ошо көндәрҙә Николай Васильевичта ҡунаҡта Башҡортостандың Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кожевников, баш ҡаланың Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов булды, байрам менән ҡотлап, юбилей миҙалын тапшырҙы.
Фото Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграмдағы каналынан алынды.