Геройҙар дәүере
9 Август 2025, 15:00

Фильм бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың яҡты иҫтәлегенә арнала

МХО яугире Илнар бик күптәрҙең күңел түрендә үҙенең дәртле бейеүҙәре менән уйылып ҡалды...   

Фильм бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналаФильм бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың яҡты иҫтәлегенә арнала
Фильм бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың яҡты иҫтәлегенә арнала

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналған “Герой бейеүе” фильмы (12+) донъя күрҙе.  Ҡыҫҡа метражлы документаль фильмдың режиссёры – Радик Килмәмәтов. “Фильм ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар нигеҙендә төшөрөлдө”, - ти ижади төркөм.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙар тураһында фильмдар төшөрөү бурысын дәүләт заказы булараҡ билдәләне. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы белдереүенсә, “Герой бейеүе” – ошо маҡсатта төшөрөлгән тәүге фильмдарҙың береһе. Уны тормошҡа ашырыуға БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы ҙур көс һалған.

Белеүебеҙсә, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы йәш бейеүсе Илнар Хәтмуллин 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизациялана, мотоуҡсылар ротаһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул 2023 йылдың 30 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Илнар – бейеүселәр ғаиләһендә тыуып үҫкән, бала саҡтан ошо сәнғәт төрөн үҙ иткән талантлы бала ине.

Фото: Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас