

Осрашыу туғандарса йылы мөхиттә үтте. Әңгәмә барышында яҡташыбыҙ үҙенең хәрби юлы хаҡында һөйләне.
“Серж” урыҫ милләтенән, әммә башҡортса яҡшы белә, сөнки уның әсәһе сығышы менән Бөрйән районынан. Ҡартатаһы, рядовой Йөҙйәшәров Кәлимғужа Өмөтҡужа улы ла 1941 йылда генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡан.
Олатаһы тураһында иҫтәлекте яугирҙең ике туған апаһы, инвалидтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы Рәилә Сәйетбатталова яҡшы өйрәнгән. Уның һөйләүенсә, батыр кавалерист Кәлимғужа Йөҙйәшәров 1944 йылда бөгөнгө махсус хәрби операция барған ерҙәрҙә хәбәрһеҙ юғалған. Ҡарт өләсәһе Зөләйха Хөснөтдин ҡыҙы Зөбәйлә һәм Зәкиә исемле ҡыҙҙарын үҙе аяҡҡа баҫтыра.
Зөләйха менән Кәлимғужа Йөҙйәшәровтарҙың бүләһе “Серж”дың да хәрби хеҙмәт тәжрибәһе байтаҡ: 14 йыл ғүмерен контракт хеҙмәткә арнаған. Тыныс тормошта бригада йыйып, өйҙәр төҙөгән, ремонт эштәре алып барған ир, махсус хәрби операция башланмаҫ борон ил һағына баҫа. Ҡарт олатаһы кеүек шайморатовсыларға эләгергә тырыша. Бер йыл штурмлаусы булып алғы һыҙыҡта йөрөгән яугирҙе Доставалов батальонының рота старшинаһы вазифаһына тәғәйенләйҙәр.
“Дошмандар беҙҙе аңламаһын өсөн гел башҡортса һөйләшәбеҙ”, - ти ҡаһарман. Контрактсылар араһында ҡытай һәм негр милләтенән дә яугирҙәр бар. “Урыҫса апаруҡ һупалайҙар. Ирекмәндәр ебәргән борщ барыһына ла оҡшағанын бер урыҫ һүҙе менән генә аңлаттылар”, - тип көлә ул. Адреслы ебәргән посылкаларҙың барып етеүен, алғы һыҙыҡта носки, футболка һәм эске кейемгә ҡытлыҡ булыуын да телгә алды. Яуҙа, бер уйлаһаң, үлеш-атыш күргән яугирҙәрҙең күңеле ҡата, тип уйлаусылар ҙа барҙыр. Ә бына балалар ҡулы менән яҙылған хатты утты-һыуҙы кискән һалдаттарҙың уҡығанын, күңелдәре йомшарғанын күреү тап киреһен һөйләй.
- Ер менән күкте тигеҙләрҙәй булып шартау яңғыраған ерҙә, ошоға тиклем Аллаһу Тәғәләнең барлығына ышанмағандар ҙа юғары көскә һыйына. Бер саҡ шулай үҙ машинаһында китеп барғанында дрон машина аҫтына инеп китеп, техникаһы менән бергә юҡ итмәксе була. “Ваҡытында туҡтатып өлгөрҙөм, бамперы-ние менән машинаның алғы яғы юҡҡа сыҡты. Доғалар һаҡлағанға тере ҡалдым, тип уйлайым.
Дошман әүҙемләшә. Хәҙер улар ҡояштан заряд ала торған дрон уйлап сығарған. Төнгө бинокль менән ҡарағанда Рәсәй яғына күпләп осҡаны күренә. Шуға ла Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек үк халыҡ һәм армия бөйөк Ватаныбыҙҙың именлегенә өлгәшеү өсөн берләшеүе бик мөһим”, - тине “Серж” һәм тылда ярҙам иткән “Ышаныслы тыл” әүҙем ирекмәндәренә командование исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
“Мотоуҡсылар полкының командованиеһы һәм шәхси составы һеҙ күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт һүҙен еткерә. Ваҡытында күрһәткән ярҙамығыҙ көнкүрешебеҙҙе еңеләйтә, хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәүгә булышлыҡ итә, яугирҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлай һәм еңеү көнөн яҡынайта. Беҙ һеҙгә хәстәрлегегеҙ өсөн оло рәхмәт”, -тип яҙылған Рәхмәт хатында.