Геройҙар дәүере
26 Август 2025, 12:25

Оборона министрлығы Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Тантана Өфөнөң Совет майҙанында Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үтте. Бында Рәсәй Геройҙарына бағышлау кисәһе булды.

Оборона министрлығы Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен бүләкләнеОборона министрлығы Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне
Оборона министрлығы Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Концерт үткән һәм хәҙерге геройҙар иҫтәлегенә бағышланды. Почетлы ҡунаҡтар араһында МХО-ла ҡатнашыусылар ҙа булды.

РФ Оборона министрлығы Мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер РФ Ҡораллы Көстәрендә мәҙәниәтте популярлаштырыу һәм төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытҡан өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә наградалар тапшырҙы.

РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаментының отличие билдәһе менән бүләкләнделәр:

Лапшина Наталья Михайловна, БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары;

Нәзиуллин Артур Искәндәр улы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия симфоник оркестры директоры;

Сәйетов Алмаз Рәсих улы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры;

Әлмөхәмәтов Илмар Рәзин улы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын башҡарыусы;

Чечкина Людмила Николаевна, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы директоры вазифаһын башҡарыусы;

Кәлимуллин Юнир Мөнир улы, Башҡортостан Республикаһының «Сибай концерт-театр берекмәһе» дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры вазифаһын башҡарыусы.

РФ Оборона министрлығы Мәҙәниәт департаментының рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:

Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы;

Әминева Айгөл Рафаил ҡыҙы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры;

Хәкимов Рөстәм Милләт улы, Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры;

"Дәрүиш-хан" төркөмө коллективы (етәксеһе Ғәббәсов Альберт Марат улы)

"Павильон" төркөмө коллективы (етәксеһе Устинов (Столетов) Илья Владимирович);

Скорняков Александр Михайлович, рәссам, «Рәсәй рәссамдарының ижади союзы» ЯСЙ-һының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе ағзаһы;

Юлтаев Руслан Сәмерхан улы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының маркетинг һәм реклама бүлегенең баш белгесе;

Килмәмәтов Радик Рәмил улы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан" киностудияһы кинорежиссеры;

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы, яҙыусы, шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы;

Хватков Александр Владимирович, шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы;

Фазылов Хәтип Сәрүәр улы, рәссам, «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе;

Терехов Алексей, шағир, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы;

Чураева Светлана, нәфис һәм техник текстар тәржемәсеһе;  

Мәзитов Әмир Миңлевәли улы, рәссам, «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе ағзаһы;  

Новоселов Артем Юрьевич, рәссам, Башҡортостан Республикаһы «Рәсәй рәссамдар союзы»ның төбәк бүлексәһе ағзаһы;  

Бәҙретдинова Раушания Мөсабир ҡыҙы, рәссам, «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе ағзаһы;  

Хәбилова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы;  

Ғәйнуллин Рафаэль Фердинант улы, режиссер, Салауат дәүләт башҡорт драма театрының драма артисы;

Ғәзимова Әлфинур Вәхит ҡыҙы, ҡуйыусы режиссер, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең драма артисы;

Абдрахманов Артур Вәли улы, «Муха» студияһы етәксеһе;  

Мөхәмәтйәров Дамир Наил улы, «Муха " студияһы режиссеры, рәссам-аниматор;  

Спиридонова Олеся Александровна, автор-башҡарыусы, йырсы һәм композитор;  

Янышева Гөлнара Фәтих ҡыҙы, драматург, сценарист һәм яҙыусы.

Фото: фестивалдең ойоштороу комитетынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас