

Дәүләт академия рус драма театрында М. Рабинович ҡуйған М. Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса «Ай һәм япраҡ ҡойолоу» ("Луна и листопад") спектакле ҡуйыла. Унда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре саҡырылған.
Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары - рәссамдар Юрий Сивачев һәм Андрей Дареев оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Улар хәрби хәрәкәттәр ветеранының портретын төшөрәсәк һәм композицияны баталь рәсем стилендә ижад итеү нескәлектәрен тикшерәсәк.
Фестивалдең эшлекле программаһында республика Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы, шулай уҡ император Бөйөк Петр исемендәге үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы һәм РФ Ҡораллы Көстәренең үҙәк музейы вәкилдәре ҡатнашлығында «Музейҙар һәм геройҙар: патриотик тәрбиәгә яңы алымдар» семинары ҡаралған. Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә абруйлы ҡунаҡтар легендар полководец һәйкәленә сәскә һаласаҡ.
Кисен Совет майҙанында еңеүселәрҙе бүләкләү менән «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсының финалы үтәсәк. Тамашасылар алдында конкурста ҡатнашыусылар, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры, Оборона министрлығының ижади коллективтары һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина сығыш яһай. Башлана 18.00 сәғәттә, инеү ирекле (0+).
Инфографика: Армия мәҙәниәте көндәренең ойоштороу комитетынан.