

Бөгөн Өфөлә Совет майҙанында Ольга Кормухина сығыш яһай Концерт «Геройҙар ваҡыты» йыр конкурсының финалы сиктәрендә уҙа. Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арналды.
Көн элгәре ярымфиналға 19 башҡарыусы үтте. Ольга Кормухина йырынан тыш, "Павильон" рок-төркөмөнөң сығышы көтөлә. Музыканттар коллектив лидеры Илья Столетов менән бергә даими рәүештә МХО зонаһына сыға. Артистар гуманитар ярҙам алып барып ҡына ҡалмай, хәрбиҙәребеҙ өсөн госпиталдәрҙә концерттар ҙа бирә.
Конкурсанттарҙың сығыштары йола буйынса меңәрләгән өфөләрҙе йәлеп итә. Тамашасылар йылы мөхитте, артистарҙың рух күтәрелешен һәм профессионализмын билдәләй.
Конкурстың приз фонды бер миллион һум тәшкил итә. Йыл һайын проектта бөтә илдән композиторҙар һәм шағир-йырсылар ҡатнаша.
Конкурс жюрийына совет һәм Рәсәй йырсыһы, актриса, режиссер Ольга Кормухина етәкселек итә. Шулай уҡ жюри составына композитор, пианист, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов, йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы Кристина Андрианова, Башҡортостандың халыҡ артисы Алена Завьялова инде.
Бөгөн конкурсҡа йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләйҙәр: «Автор йыры», «Композитор», «Һүҙҙәр авторы».
Башлана 18.00 сәғәттә. Инеү ирекле.
Фото: ойоштороу комитетынан.