Геройҙар дәүере
30 Август 2025, 15:10

Радий Хәбиров «Саур-Могила» мемориал комплексына сәскә һалды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбасстағы эш сәфәрендә Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән «Саур-Могила» мемориал комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалды.

Радий Хәбиров  «Саур-Могила» мемориал  комплексына сәскә һалдыРадий Хәбиров  «Саур-Могила» мемориал  комплексына сәскә һалды
Радий Хәбиров «Саур-Могила» мемориал комплексына сәскә һалды

- Хөрмәтле Денис Владимирович! Бөгөн Донбасс һәм бар Рәсәй өсөн изге булған ерҙә булыу, дәүләт наградаларын тапшырыу мөмкинлеге булыуы өсөн рәхмәт. Бар яугирҙәрҙе ҡосаҡлап, ҡулдарын ҡыҫам. Бар республика һеҙҙе өйҙә көтә, - тине Радий Хәбиров.

ДХР Башлығы Башҡортостан яугирҙәренең лайыҡлы хеҙмәт итеп, махсус хәрби операция бурыстарын башҡарыуға ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләне.

Церемония аҙағында Радий Хәбиров М. Шайморатов исемендәге батальон, милли гвардия ғәскәрҙәре хәрбиҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы, уларҙың үтенес-теләктәрен тыңланы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Радий Хәбиров  «Саур-Могила» мемориал  комплексына сәскә һалды
Радий Хәбиров  «Саур-Могила» мемориал  комплексына сәскә һалды
Радий Хәбиров  «Саур-Могила» мемориал  комплексына сәскә һалды
Радий Хәбиров  «Саур-Могила» мемориал  комплексына сәскә һалды
Радий Хәбиров «Саур-Могила» мемориал комплексына сәскә һалды
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас