

"Башҡортостан геройҙары" проекты финалистарының береһе - Дмитрий Валерьевич Смирнов. Подполковник, ғәмәлдәге офицер һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Ул 25 йыл инде Ватанға хеҙмәт итә: артиллерия училищеһы курсантынан алып батальон командиры урынбаҫарына тиклем юл үтә. 2023 йылда ул МХО зонаһында Артемовск янындағы алыштарҙа артиллерия иҫәптәренә етәкселек итә. Уның етәкселеге аҫтында яугирҙәр дошманға ҡаршы уңышлы ут тота, штурм ротаһы мөһим пункттарҙы ялмай. Был алыш өсөн ул Батырлыҡ орденына лайыҡ була. Ә инде тағы бер операция өсөн 2 дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләнә. Әлеге ваҡытта Дмитрий БР Хәрби комиссариатында хеҙмәт итә. Ул төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләргә ярҙам итә.
Дмитрий Смирнов "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашып, дәүләт һәм эске сәйәсәт буйынса белемен камиллаштыра.
"Стажировкамдың бишенсе аҙнаһы тамамланды. Был аҙнала муниципаль берәмектәр менән бәйләнеш, дәүләт-хоҡуҡи идара итеү менән таныштым. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара советы һәм БР Башлығы янындағы Дәүләт-конфессия ара советының нисек эшләүе тураһында белдем. Ә инде БР Башлығы янындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында ҡатнашыу айырыуса иҫтә ҡалды", - ти Дмитрий Смирнов.
Фото социаль селтәрҙән.