Дәүләт именлеге өсөн барған яу шауҡымы, ут-ялҡыны күп ғаиләләргә ҡағылды. Көйөргәҙе районынан 47 яугир яуҙа башын һалған. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә стела асыу тантанаһында батырҙарса һәләк булған Рөстәм Абдуллиндың әсәһе Зөлфиә Нәҡип ҡыҙы Ғәлиеваға - улының, Илнур Тайыповтың апаһы Гөлназға ҡустыһының Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды. Гуманитар конвой ойоштороуҙа арымай-талмай ярҙам иткән әүҙем ҡатнашыусылар билдәләнде.
Сарала Көйөргәҙе районы хакимиәте етәкселеге, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Максим Пержинсий, махсус хәрби операция ветерандары, яугирҙәр, уларҙың туғандары, район халҡы, предприятие етәкселәре ҡатнашты.