Республика Хәрби Дан музейы бер нисә сәғәткә клип төшөрөү майҙансығына әйләнде.
Бында Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Фларид Бирғәлин башҡарған "Ҡурай" йырына музыкаль клип төшөрҙөләр. 2022 йылдың көҙөнән алып вокалист махсус хәрби операцияла I фронт ижади бригадаһында хеҙмәт итә.
Фларид әйтеүенсә, өс йыл эсендә ижади бригада бөтә фронт һыҙығын урап сыға. Был ваҡыт эсендә ике меңгә яҡын концерт бирәләр.
- "Ҡурай" йыры минең репертуарымда булырға тейеш. Мин милли ҡоралыбыҙҙың ни тиклем моңло икәнен мөмкин тиклем күберәк кешенең белеүен теләйем. Өҫтәүенә тап ҡурай Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ата-бабаларыбыҙға ярҙам иткән. Ул саҡта улар ҡоралды бәреп төшөрөлгән немец самолеттары һәм танкыларының баҡыр торбаларынан эшләй, ә көй уларға эмоциональ яҡтан ярҙам итә: халыҡ мотивтары һалдаттарға тыуған ерен, ғаиләһен иҫкә төшөрә. Тап шул эске сыҙамлыҡты һәм Еңеүгә ышанысты нығыта", - тип белдерҙе Фларид Бирғәлин.
Клиптың режиссеры - Батыр Ғәлимов. Уның фекеренсә, музей - тарих һаҡланған урын, тап бында үткәндәр менән ныҡлы бәйләнеш һиҙелә. Шуға күрә клип сценарийы авторы Әлиә Ғәлимова менән берлектә клипты төшөрөү урыны итеп тап Республика Хәрби Дан музейы һайлана.
Сюжет буйынса, төп герой Фларид Бирғәлин музыка ҡоралында уйнауы менән үткәнгә портал аса. Төрлө замандарҙан уға ҡурайсылар килә. Ваҡыт арауыҡтары итеп клип авторҙары Урал батыр эпосы, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорон һайлаған. Клипта ролдәрҙе Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре Айбулат Баһауетдинов, Хәбир Аралбаев, шулай уҡ Салауат драма театры актеры Илназ Динисламов башҡара.
Төрлө дәүерҙәрҙән дүрт башҡорт осраша, аралаша, йырлай, бейей һәм башҡорттарҙың милли үҙенсәлек символы, бөтә сараларҙа, шул иҫәптән походтарҙа һәм алыштарҙа рухи юлдаш булған музыка ҡоралында уйнай. Батыр Ғәлимов, клипта тап ҡурай бер нисә быуынды берләштереүсе фактор булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Музыкаль клиптың премьераһы 10 октябргә, республикала билдәләнәсәк Ҡурай көнөнә тәғәйенләнгән. Клиптың тизерын Фларид Бирғәлиндең ВК-лағы сәхифәһендә ҡарарға мөмкин.
БЕЛЕШМӘ. Башҡорт милли музыка ҡоралына һәм республика символдарының береһенә арналған Ҡурай көнөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың 10 октябрендә ҡурайҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн булдырҙы.
Фото: Республика Хәрби Дан музейы.