Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Октябрь 2025, 15:15

Вуз-ара кампус ғалимдары менән Өфө табиптары яугиргә операция яһаны

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының күҙе һәм йөҙө зыян күргән булған.

Вуз-ара кампус ғалимдары менән Өфө табиптары яугиргә операция яһаны
Вуз-ара кампус ғалимдары менән Өфө табиптары яугиргә операция яһаны

Өфө вуз-ара студенттар кампусында Башҡорт дәүләт медицина университетының аддитив технологиялар лабораторияһы ғалимдары һәм 21-се Ҡала клиник дауаханаһының Республика яңаҡ-йөҙ хирургияһы үҙәге табиптары МХО-ла ҡатнашыусы пациенттың күҙ орбитаһын реконструкциялау юлы менән уның күҙенең стеналарын һәм күҙ тирәһе туҡымаларын тергеҙеүҙә ярҙам итә. Операцияны үткәреүҙе БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы ғалимдары контролдә тота: улар пациенттың йәрәхәт һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән деформациялы баш һөйәге макетын булдырҙы.

Беренсе этапта ғалимдар компьютер томографияһы ярҙамында алынған реаль рентгенологик мәғлүмәттәр менән эшләй. Артабан, үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә, анатомик структураларҙың ысын үлсәмдәрен һәм пропорцияларын боҙмайынса баш һөйәгенең компьютер 3D-моделе эшләнә. Өсөнсө этапта пациенттың тәбиғи ҙурлыҡтағы йөҙ-баш һөйәге моделе 3D-принтерҙа баҫтырыла. Ошонан һуң ғына алынған әйбер артабанғы эш өсөн медицина учреждениеһына тапшырыла.

Ғалимдар шулай уҡ сығым материалы стоматологик сертификатҡа эйә һәм Рәсәйҙә эшләнгән, уның лабораторияла барлыҡҡа килеүе университеттың "Өҫтөнлөк-2030" үҫеш программаһында ҡатнашыуы арҡаһында мөмкин булған, тип билдәләй.

БЕЛЕШМӘ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27633/

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас