Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар Руслан Сиражетдинов бынан ун йыл элек автосервис аса. Әлеге көндә уның эшмәкәрлеген туҡтатып торһалар ҙа, махсус хәрби операцияға оҙатыу өсөн автомобилдәрҙе йыш ҡына унда ремонтлайҙар. Автомобилдәрҙе йыуыу хеҙмәте менән хәләл ефете шөғөлләнә. Үҙе кафе эшмәкәрлеген йәйелдереүгә тырышлыҡ һала.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр буш ваҡыттарында Сиражетдиновтарҙың кафеһына ял итергә, аралашырға килә, хәтирәләр менән уртаҡлаша.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дуҫтарым һәм таныштарым араһында алғы һыҙыҡта һәләк булғандар бар. Быны ҡабул итеүе ауыр. Мин үҙем Мәтәүбаш ауылында тыуып үҫкәнмен. Иң яҡын дуҫым ошо ауылдан мобилизацияланғас, уға “Нива” автомобилен тапшырҙым. “Тимер ат” һаман да һалдаттарға хәрби бурыстарҙы хәл итеүҙә ҡатнаша. Барыһының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем!– ти Руслан Рәйес улы.
Ғаилә хәҙер Бәләбәйҙә йәшәй. Сиражетдиновтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары армия хеҙмәтенә әҙерләнә, ҡалған балалар мәктәптә уҡый, тип яҙа "Белебеевские известия". Руслан Рәйес улы “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бәләбәй” ирекмәндәр төркөмөнөң әүҙем ағзаһы ла. Ул яҡташтарына йөрәк ҡушыуы буйынса, егеттәрҙең ниндәй ауыр шарттарҙа һуғышыуын яҡшы аңлап, үҙ теләге менән ярҙам итә. Руслан Рәйес улы бөгөн иғтибарҙың һәм гуманитар ярҙамдың тәү сиратта кемгә нығыраҡ кәрәк булыуын белә һәм балаларына, клиенттарына һәр йәһәттән изгелек өлгөһөн күрһәтә.
Елена Петрова фотоһы.