Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватан һаҡсылары йылына һәм Башҡортостанда үткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған сара үткән.
– Сарала Рәсәй Геройы – Әбйәлил батыры Тамерлан Илһамовтың әсәһе һәм атаһы ҡатнашты. Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашып ҡайтҡан ветеран-яугир студенттарыбыҙ килде. Махсус хәрби операцияла һәләк булған студентыбыҙ Мырҙағәлин Әҡсән Зиннур улының әсәһе Әсмә Сафа ҡыҙы Мырҙағәлина улына арнап яҙған йырын башҡарҙы. Улар сығышы менән Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан. Улын юғалтҡан Әсмә апай шиғырҙар яҙа, йырҙар ижад итә. Был йырын да бөтә зал аяғүрә баҫып, күҙенә йәш алып тыңланы, – тип хәбәр итте Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнова.
“Атайсал” гәзите журналисы Резеда Вәлиеваның видеоһы.
Сығанаҡ: vk.com/wall-39548826_114454
фото: Видеояҙманан скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!