Яҡташ яугирҙәребеҙҙең махсус хәрби операцияла батырҙарса һуғышыуын һәр кемебеҙ белә. Был ғорурлыҡ тойғоһо уята. Улар Тыуған илебеҙҙең именлеге хвҡына тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп дан ала.
Махсус хәрби операция башланып, мобилизация иғлан ителгәс, күп ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал алды. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Фаил Үҙәнбаев та улар сафында МХО-ға юл ала. Ауыр яу юлдарын үтергә тура килә уға. Һаулығы ҡаҡшағас, сәләмәтлек торошо буйынса ҡайтарыла.
Яугирҙе наградаһы тыуған ерендә килеп тапты. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов Фаил Миҙхәт улына “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырып, өлгөлө хеҙмәте, Ватанды һаҡлағанда күрһәткән батырлығы өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Беҙ ҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙе бар күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Авторы – Гүзәл Салауатова.
Сығанаҡ: https://vk.com/hakmar.gazeta?from=groups
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!