Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Ноябрь 2025, 10:00

"БСТ" телеканалы өр-яңы проект әҙерләй

"Минең атайым" конкурсында еңеүсене шәп бүләк көтә! Бәйгелә махсус хәрби операция яугирҙәренең балалары ҡатнаша ала. 

"БСТ" телеканалы өр-яңы проект әҙерләй
"БСТ" телеканалы өр-яңы проект әҙерләй

«БСТ» телеканалы өр-яңы проект өҫтөндә эш башланы. Ул «Матур фатир» тип атала. Тапшырыуҙың геройы булыр өсөн «Минең атайым» конкурсында еңеү яуларға кәрәк. Бәйгелә махсус хәрби операция яугиренең 3 йәштән 14 йәшкә тиклем Өфөлә йәиһә Өфө районында йәшәгән балалары ҡатнаша ала. Улар атаһы тураһында телефонға видеояҙма төшөрөп БСТ-ға ебәрергә тейеш. Жюри ағзалары 10 еңеүсене билдәләй. Ярыш 28 ноябргә тиклем дауам итә.

Еңеүсене «БСТ» телеканалынан шәп бүләк көтә – балалар бүлмәһендә ремонт. Бар процесс видеоға төшөрөлөп тапшырыуҙар шәлкеме әҙерләнә. Балалар бүлмәһендә иҙән, стена, түбә, тәҙрә, мебель алмаштырыу  ҡаралған. Яңы тәҙрә ҡорғандары, плед һәм башҡа матур әйберҙәр ҙә фатирҙы йәмләйәсәк.

«Тәү сиратта беҙҙең менән эшләргә теләк белдергән бағыусыларға ҙур рәхмәт. Республиканың башҡа район-ҡалаларында ярҙам итергә теләүселәр булһа, киләсәктә проекттың географияһын киңәйтергә әҙербеҙ», – тип пландары менән бүлеште проект етәксеһе, «БСТ» телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Проекттың бағыусылары:

«Pro_Remont102»  төҙөлөш-ремонт компанияһы

«Мэджик уют» йорт өсөн текстиль шоу-румы

«Квадрат-Б» сауҙа-сервис компанияһы

«АМР Групп» компанияһы

«МИКСТОРГ» ремонт-биҙәлеш  компанияһы

«NUR DESIGN» компанияһы

Интерьер дизайнеры Анастасия Бочкарёва

Шәхси эшҡыуар  Лачугин Андрей Сергеевич

«Мебель Азали» мебель  магазины

«Двери Про» компанияһы

Видеояҙмалар ебәреү өсөн адрес: moipapa2025@yandex.ru

Белешмәләр өсөн телефон: 8-(347) 262-87-00, өҫтәлмә номер: 4-65.

Өҫтәмә мәғлүмәт БСТ сайтында: https://bash.news/news/254434-telekanal-bst-obieiavliaet-konkurs-videorasskazov-moi-papa

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас