“Бөгөн йөрәгендә йәне булған һәр кемдең уйҙары яугирҙәребеҙгә ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтеү теләге менән бәйлелер, моғайын. Был аҙымды яһарға ла күңелем ҡушты. “Беренсе тирмә” проекты тураһында интернет селтәрендә уҡыным да һис шикләнеүһеҙ барырға булдым. Барырға, эшләргә, хәлдән килгәнсә ярҙам итергә, тигән уйҙар баштан сыҡманы. Шунан анкета тултырып ебәрҙем, һуңыраҡ “Ялан шарттарында тактик ярҙам күрһәтеү” курстарын үтергә тура килде. Шунан республиканың төрлө райондарынан йыйылған, бөтөнләй таныш булмаған ете ҡыҙ юлға ҡуҙғалдыҡ. Бер тәүлек дауамында барҙыҡ, шунда уҡ танышып, үҙ-ара дуҫлаштыҡ, бер командаға тупландыҡ, шуға юлдың ауырлығы һиҙелмәне. Иң мөһиме, етәкселәрем ҡаршы төшмәнеләр, киреһенсә, хупланылар - Ауырғазы күп профилле колледжы директоры Эрнст Мөхәмәтшин, уның Ҡырмыҫҡалы районындағы филиалы мөдире Нуриман Үлйәбаев мине Өфө ҡалаһының Совет майҙанынан оҙатып ҡалдылар, ҙур рәхмәт уларға", - ти ошо колледжда уҡытыусы булып эшләүсе Зөбәржәт Әбүбәкер ҡыҙы.
Башҡортостандан барған делегация менән был сәфәрҙә ике аҙна була мәҡәләм геройы.
Ирекмәндәргә палаталар беркетелеп ҡуйыла һәм улар һалдаттар тураһында хәстәрлек күрә. Бүлмәләрҙе йыуыу-йыйыштырыу, яугирҙәргә ашарға, йыуынырға, кейемдәрен алыштырырға ярҙам итеү, төрлө медицина процедураларына алып барыу, ашнаҡсыларға булышыу – ошо эштәрҙе ихлас башҡара Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары.
“Күңелем ҡушыуы буйынса булғас, йөрәктә бер ҙә ҡурҡыу, икеләнеү тойғолары булманы. Ул ваҡытта тормош иптәшем Ғаяз Һибәт улы ла махсус хәрби операцияһында ине. Ул Донбасс Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итте, әммә арабыҙҙа 100 саҡрым тирәһе генә булыуына ҡарамаҫтан, унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осраша алманыҡ. ”, - ти Зөбәржәт Ғизәтуллина.
Эйе, беҙҙең ҡаһарман ир-егеттәребеҙ генә түгел, ә гүзәл заттарыбыҙ ҙа үҙҙәренең эш-ғәмәлдәре менән илһөйәрлектәрен, еңеүселәр тоҡомонан булыуҙарын иҫбат итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр отряды республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылды. 2024 йылдың ноябренән ЛХР-ҙың хәрби госпиталдәрендә 200-ҙән артыҡ волонтер булып ҡайтҡан.
Фото: шәхси архив.