Республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары кеүек, Өфө халҡы ла махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам ойоштора. Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев һәм район хакимиәте башлыҡтары, гуманитар ылауҙы оҙатып, МХО биләмәһенә йыш барып ҡайта.
Күптән түгел “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов сығыш яһап, МХО биләмәһенә сәфәрҙәре тураһында һөйләне. Унан алдараҡ – сентябрь аҙағында хакимиәт башлығы яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙам алып барып ҡайтҡайны. Өфө яугирҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе һәм посылкаларҙы баш ҡаланың предприятиелары һәм эшҡыуарҙары әҙерләгән. Егеттәргә айырыуса кәрәкле пилотһыҙ осоу аппараттары ла алып барылған.
Шул уҡ осорҙа баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тә Телеграм-каналында гуманитар ярҙам илтеү маҡсаты менән МХО биләмәһенә юлланыуы тураһында хәбәр иткәйне. Был колонна менән Запорожье йүнәлешендәге яугирҙәргә һигеҙ мотоцикл, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып барылған.
Фото: Олег Котовтың Телеграмдағы сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!