Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Декабрь 2025, 11:00

“Физик” дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Балаҡатай районынан «Физик» позывнойлы яугир «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ булған. “Награда яҡташыбыҙға батырлығы һәм Ватанға фиҙакәр хеҙмәт итеүе өсөн тапшырылды”, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова.    

“Физик” дәүләт наградаһына лайыҡ булды
“Физик” дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Балаҡатай районынан «Физик» позывнойлы яугир «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ булған. “Награда яҡташыбыҙға батырлығы һәм Ватанға фиҙакәр хеҙмәт итеүе өсөн тапшырылды”, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова.

 «Физик» махсус хәрби операцияға 2023 йылда юлланған. Тыныс тормошта ул яуаплы вазифала – Пенсия фондында етәксе булып эшләгән. Әммә Ватан саҡырыуын ҡабул итеп, именлек һағына баҫҡан. Әле ул артиллерия взводы менән командалыҡ итә.

“Физик”тың тормош иптәше Светлана МХО яугирҙәренә әүҙем ярҙам итә, гуманитар ылауҙар туплауҙа, ирекмәнлек хәрәкәтендә булыша. Улы юридик колледжды тамамлап, әлеге ваҡытта атаһы өлгөһөндә әрме хеҙмәтендә. Ҡыҙы 11-се класта уҡый, тарих менән мауыға, ул да юридик факультетҡа уҡырға инергә ниәтләй.

«Атайҙың ҡайтыуы ғаилә өсөн ысын байрамға әйләнә. Улар оҙайлы әңгәмәләр ҡороп, тарих, тормош тураһында һөйләшә. Балалар үҙҙәренең герой-атаһы менән ғорурлана», - тип яҙған Лилиә Мулланурова.

Фото һәм сығанаҡ: Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурованың телеграм-каналы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас