Ул Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе районыбыҙҙың Муллаҡай ауылына күсеп ҡайтҡас, урындағы мәктәпкә уҡырға төшә һәм 9-сы кластан һуң, Архангел ауылындағы һөнәрселек училищеһында белемен дауам итә. Маҡсатлы, талапсан, ғәҙел үҫмерҙе бындағы уҡытыусылар ҙа, йәштәштәре лә ярата. Физик яҡтан көслө егет спорт менән һәр саҡ дуҫ була.
2012 йылдың көҙөндә ул әрмегә саҡыртыла. Һарытау ҡалаһында артиллерия часында хеҙмәтен башлай. Биш айҙан һуң, Новосибирск ҡалаһына йүнәлтелеп, ошонда Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Артабан взвод командиры урынбаҫары дәрәжәһенә тәғәйенләнә. 2015 йылда буласаҡ тормош иптәше Наталья менән танышып, ҡауышалар. 2016 йылда уның бүлексәһен Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл хәрби ҡаласығына күсерәләр.
2022 йылда махсус хәрби операцияға юллана. Унда башта прапорщик, ике йылдан кесе лейтенант офицеры дәрәжәләрен ала.
Ҡурҡыу белмәҫ “Суфийән” күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн II дәрәжә Ҡаһарманлыҡ өсөн, Георгий Жуков, Генерал Шайморатов, II дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы, “Ҡырымды ҡайтарған өсөн” миҙалдары менән наградлана.
Ир-уҙаманда өйөндә хәләл ефете һәм Эмиль, Давид, Богдан исемле өс улы көтә.
Хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән ҡаһарман яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙәребеҙҙең иҫән-имен еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Дилара Янбаева.
Архангел районы.
Фото — ғаилә архивынан.