Ҡараңғы ваҡытта яҡты кешеләр нығыраҡ күренә, тиҙәр. Махсус хәрби операцияһы ла арабыҙҙа изге күңелле кешеләрҙең бихисап һәм халҡыбыҙҙың берҙәм, илһөйәр булыуын асыҡ күрһәтә.
Ҡырмыҫҡалы ауылының Ҡарлыман ауылында йәшәүселәр ҙә даими рәүештә гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индерә. Мәрхәмәтле эшкә барыһы ла ихлас ҡушыла. Ауылдың ағинәйҙәре йыйылышып туҡмас киҫеп, егеттәргә ебәреүҙе лә ойоштороп тора.
“Беҙҙең ауылдан тиҫтәләгән ир-егет тыныслығыбыҙ һәм именлегебеҙ өсөн көрәшә. Улар иҫән-имен йөрөп ҡайтһын, өҙөлөп көткән еңеү тиҙерәк етһен, тип теләйбеҙ, доғалар ҡылабыҙ”, - ти уңған апайҙар.