Өфө районының Шмидт ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров исемендәге белем биреү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты.
Учреждение 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте һәм 160 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Объектты «ПроШкола» компанияһы менән концессия килешеүе буйынса төҙөгәндәр (ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһына инә).
Төбәк етәксеһе Өфө районы халҡын, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе заманса мәктәп асылыуы менән ҡотланы.
- Район үҫешә, бында балалар күбәйә, һәм, әлбиттә, уларҙың заманса һәм уңайлы шарттарҙа уҡыуы мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Яңы мәктәп Рәсәй Геройы Илдар Филорет улы Суфийәров исемен йөрөтә. Яҡташыбыҙ - махсус хәрби операцияла үҙ ғүмерен ҡорбан иткән батыр офицер. Уның тураһында хәтер йәшәргә һәм яңы быуындарға тапшырылырға тейеш.
Рәсәй Геройының ҡатыны Айгөл Суфийәрова мәктәптең музей экспозицияһына Илдар Суфийәровтың шәхси әйберҙәрен тапшырҙы һәм республика етәкселегенә уның тормош иптәше хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерергә ҡарар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Ғаиләбеҙ өсөн был ҙур хөрмәт һәм ғорурлыҡ. Ирем - ябай кеше, күп йылдар инженер булып эшләне, беҙҙе яратҡан атай һәм ир булды. Әммә илгә хәүеф янағанда ул ситтә ҡала алманы. Был мәктәп балалар өсөн Тыуған илен яратҡан намыҫлы, изге күңелле кеше булырға өйрәткән икенсе йорт булһын, – тине Айгөл Суфийәрова.
***
Тантананан һуң Радий Хәбиров креатив индустриялар класын һәм физика кабинетын, спорт һәм гимнастика залдарын, стоматология кабинетын, 320 урынлыҡ оҫтахананы һәм ашхананы ҡараны. Белем биреү үҙәге директоры Татьяна Кислицына аңлатыуынса, мәктәптә элек Шамонин ауылы мәктәбендә уҡыған Шмидт һәм Бурцев ауылдарында йәшәгән балалар уҡыясаҡ. Уҡыу йортонда бөтәһе 34 уҡыу кабинеты ҡаралған, шулай уҡ музыка залы, медицина блогы һәм китапхана бар. Бөтә кластар һәм биналар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Мәктәптә технологик һәм тәбиғи-фәнни профилле дисциплиналарҙы – математика, физика, биология, химия һәм информатиканы тәрәнәйтеп өйрәнеү планлаштырыла.
Бынан тыш, мәктәп Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Ошоноң арҡаһында балаларҙың проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Улар өсөн һөнәри йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға ниәтләйҙәр. Уҡыусылар Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусына ошондай дәрестәргә йөрөй ала.
Мәктәп территорияһында футбол яланы, йүгереү юлы, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, шулай уҡ Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәреү өсөн ҡаршылыҡтар һыҙаты булған физкультура-спорт зонаһы бар.
Өфө районы мәктәптәренең инженер һәм агрокласс уҡыусылары Радий Хәбировҡа үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Республика Башлығы муниципалитеттың белем биреү учреждениеларында үткәрелгән патриотик эш менән дә танышты.
Төбәк етәксеһе ошондағы балалар баҡсаһында ла булды. Тәрбиәселәр республика Башлығына уңайлы заманса объект өсөн рәхмәт белдерҙе, уны асыу йәш ғаиләләр өсөн яҡшы Яңы йыл бүләге булған.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы республикала мәктәптәр төҙөүҙең күләмле программаһы һәм Өфө районы өсөн яңы белем биреү үҙәгенең әһәмиәте хаҡында һөйләне.
- Был ҡатмарлы төҙөлөш булды. Ошо ҙур федераль грант буйынса бер үк ваҡытта биш мәктәп төҙөйбөҙ. Концессия форматы күп яҡтарҙың ҡатнашыуын күҙ уңында тота, шуға күрә күп һанлы ойоштороу һәм юридик мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Әммә барлыҡ мәктәптәрҙе лә төҙөп, уларҙы этаплап сафҡа индерә башлайбыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шмидтта заманса, яҡшы йыһазландырылған, уйланылған эстетикалы мәктәп барлыҡҡа килде.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, белем биреү учреждениелары тәү сиратта халыҡтың артыуы күҙәтелгән урындарҙа төҙөлә.
– Ҙур мәктәптәрҙе Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала - тап уларға ихтыяж булған ерҙә төҙөйбөҙ. Шул уҡ ваҡытта ауыл биләмәләре тураһында ла онотмайбыҙ – ике район үҙәгендә төҙөлөштәр бара, – тине республика Башлығы.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufimskom-rayone-otkryli-centr-obrazovaniya-imeni-geroya-rossii-ildara-sufiyarova-85880/
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!