Дәүләт тарафынан Махсус хәрби операция ветерандары тураһында хәстәрлек күреү даими рәүештә ярҙам системаһын, медицина хеҙмәттәрен һәм социаль яраҡлаштырыу сараларын камиллаштырыуҙа сағыла, был саралар яугирҙәрҙе тулыһынса тыныс тормошҡа ҡайтырға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Ярҙам сараларының береһе - махсус хәрби операция барышында йәрәхәтләнгән ветерандарҙың торлағын яраҡлаштырыу. Был программа сиктәрендә улар йәшәгән өйҙә уңайлыҡтар тыуҙырыла - ишектәр яңыртыла, смартфон һәм тауыш командалары ярҙамында яҡтылыҡты, йылытыуҙы һәм башҡа системалар менән идара итергә мөмкинлек биреүсе «Аҡыллы йорт» системаһы көйләнә, санузел урынлаштырыла һәм башҡалар.
Күптән түгел «Ватан һаҡсыһы» төбәк фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов, район хакимиәте вәкилдәре, «Ватан һаҡсыһы» фондының район филиалы социаль координаторҙары составындағы комиссия Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә йәшәүсе ветеран Сергей Черновтың йортон ҡараны.
Сергей Валерьевич Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән. Ир-уҙаман юрист һөнәрен ала һәм үҙ ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләй. Эшләп йөрөгән еренән 2023 йылдың ғинуарында Владивостоктағы 155-се диңгеҙ пехотаһына мобилизациялана. Махсус хәрби операция зонаһында химик, пулеметсы булып хеҙмәт итә. Шул йылдың мартында ауыр яралана – һул аяғына ярсыҡтар эләгә. Төрлө ҡалаларҙа госпиталдәрҙә дауаланыу алғандан һуң уҙған йылдың йәйендә демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайта.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградланған. Тормош юлында ҡыйынлыҡтарға осрауына ҡарамаҫан, ул оптимизмын һәм яҡшыға ышанысын юғалтмаған. Тормошоноң яңы этабында уға түҙемлек тә, рухи ныҡлыҡ та кәрәк, шул уҡ ваҡытта яҡындарының терәге, күңел йылыһы һәм дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам да көс һәм дәрт бирә.
- Яу яланында йәрәхәтләнгән ветерандарҙың торлағын яраҡлаштырыу – был ремонт ҡына түгел, ә уларҙың һуғыш арҡаһында боролош алған яңы тормоштарына инвестиция. Уңайлы мөхит булдырыу уларға ғәҙәти шөғөлдәренә ҡайтырға, уңайлылыҡ тойорға мөмкинлек бирәсәк. Был социаль һәм психологик реабилитацияның мөһим этабы, уларҙың батырлығына хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе. Күп кенә ветерандар алған йәрәхәттәре арҡаһында хәрәкәт итеүҙә сикләүҙәр менән осраша. Шуға күрә торлаҡты яраҡлаштырыу мөһим, ул беҙҙең геройҙарҙың ихтыяждарына яуап бирергә тейеш. Бынан тыш, улар йәшәгән мөхиттә уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек тыуҙырыу психологик яҡтан да ярҙам итә ала, сөнки хәстәрлек, күңел йылыһы хәҙер улар өсөн бигерәк тә мөһим, - ти «Ватан һаҡсыһы» дәүләт фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов.
Торлаҡты яраҡлаштырыу программаһы тураһында күберәк белеү өсөн ветеранға йә уның яҡындарына «Ватан һаҡсыһы» фондының үҙҙәре йәшәгән урын буйынса филиалы социаль координаторҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда тулы мәғлүмәт биреләсәк һәм ғариза биреү өсөн кәрәкле документтарҙы йыйырға ярҙам итәсәктәр.
Автор фотоһы.