Ватанды һаҡлаусылар көнө элек-электән яратҡан байрамдарыбыҙҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа иһә был көн айырым бер изге мәғәнәгә эйә. Махсус хәрби операция башланғас, ватаныбыҙ һаҡсыларының, ысын ир-егеттәрҙең ни тиклем кәрәкле һәм мөһим эш башҡарыуын барыбыҙ ҙа аңланы. 23 февраль Ватанды һаҡлаусыларҙың берҙәмлеге символына әүерелде. Алғы һыҙыҡта батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәткәндәр, тылда яугирҙәргә ярҙам иткәндәр барыһы ла берләште.
Улар – республикабыҙҙың ғорурлығы
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҙур тантаналы сара үтте. Бында ысын ил һаҡсыларын тәбрикләнеләр. Залда хәрбиҙәр, офицерҙар, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың яҡындары, курсанттар һәм һалдаттар йыйылды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
– Бөгөн был залда – республикабыҙҙың ғорурлығы. Үҙ ғүмерен Ватанды һаҡлауға бағышлағандар – хәрбиҙәр, запастағы офицерҙар, Ҡораллы Көстәр ветерандары, көс структуралары вәкилдәре. Ихлас күңелдән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын һәм һәләк булғандарҙың яҡындарын сәләмләйем, – тине ул. – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә мин бөтә эшебеҙҙең төп йөкмәткеһен өс һүҙ менән билдәләнем — “Барыһы ла Еңеү өсөн”. Был һүҙҙәрҙә беҙҙең бөтә тырышлыҡтарыбыҙ, уртаҡ маҡсатыбыҙ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәндә республика өсөн мөһим ваҡиға булды. Президент указы менән Ишембай ҡалаһына, Өфө кеүек үк, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ул йылдарҙың матур йолалары бөгөн дә дауам итә. Бөтә республика – предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, медиктар, уҡытыусылар, аграрийҙар, пенсионерҙар, уҡыусылар, ирекмәндәр – һәр кем фронтҡа ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
– Күптән түгел алғы һыҙыҡҡа 172-се гуманитар ылауҙы оҙаттыҡ. Ошо ваҡыт эсендә республиканан йәмғеһе 1,5 меңдән ашыу автомобиль, йөҙҙәрсә трактор һәм автобус, 11 меңдән ашыу дрон, мототехника, РЭБ системалары һәм элемтә саралары, оптика, йөҙҙәрсә куб ағас материалдары, медикаменттар, медицина ҡорамалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәрелде. Дөйөм алғанда, дүрт йыл эсендә дөйөм ауырлығы 20 мең тоннанан ашыу 1200 йөк фургоны һәм тралы оҙаттыҡ. Беҙ был мөһим эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Махсус хәрби операция Башҡортостандың геройҙар, ысын ир-егеттәр төйәге икәнлеген күрһәтте. Егеттәребеҙ МХО-ның тәүге көндәренән хәрби батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһөн күрһәтә. Уларҙың өс меңдән ашыуы Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Айырым ғорурлыҡ – Башҡортостанда тыуып үҫкән 15 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған батырҙарыбыҙ ҙа бар...
Республика ла үҙ сиратында яугирҙәрҙе, уларҙың ғаиләләрен хәстәрлекләү буйынса ҙур эш алып бара. Әле беҙҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 55 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә. Улар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала: мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү. Республикала “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы тормошҡа ашырыла, төбәктең мәшғүллек үҙәктәре махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырырға булышлыҡ итә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан яуҙан ҡайтҡан ветеран-яугирҙәр менән эшләү буйынса ла өлгө күрһәтә. Республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы - Рәсәйҙә алдынғы ойошмаларҙың береһе. Федераль эксперттар Башҡортостан властарының ветерандар ассоциацияһы менән эшмәкәрлеге системаһын юғары баһалай, уны өлгөлө һәм башҡа төбәктәрҙә таратыуға яраҡлы тип атай. Әле бында ике меңдән ашыу ветеран иҫәпләнә. Һәр муниципалитетта Ассоциацияның йәмәғәт вәкилдәре эшләй. Улар һәр ваҡыт ветерандар һәм ғаиләләр менән тура бәйләнештә, уларға адреслы ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан – фронттың ышаныслы тылы
Радий Хәбиров сығышында бөгөнгө МХО-лағы алыш күп йәһәттән технология һуғышы булыуын билдәләне.
– Ысын хәрби тәжрибәгә таянып, беҙ заманса арсеналды, тәү сиратта удар беспилотниктарын үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә мин Хөкүмәт алдына БПЛА сығарыуҙы бер ярым тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙым. Хәҙер беҙ уларҙы идара итеү буйынса белгестәр әҙерләү менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Республика предприятиелары пилотһыҙ осоу аппараттарын әүҙем етештерә. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы базаһында Владлен Татарский исемендәге БПЛА операторҙары әҙерләү үҙәге эшләй, – тине ул.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә беҙ, хәрбиҙәрҙән тыш, республика һәм ил мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙың барыһын да хөрмәтләйбеҙ, тине Башҡортостан Башлығы. Был – оборона предприятиеларында еңеү өсөн көнө-төнө эшләгән хеҙмәткәрҙәр. Яралыларҙы дауалаған, МХО ветерандарын медицина реабилитацияһы менән шөғөлләнгән медиктар. Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылауҙар йыйыуҙа һәм ебәреүҙә ҡатнашҡан һәр кем. 23 февраль – законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән хоҡуҡ һаҡсыларының һәм көс структураларының да байрамы. Был кешеләрҙең барыһы ла – ысын Ватанды һаҡлаусылар.
Сара барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хәрбиҙәргә һәм махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән медиктарға республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иң тәүҙә Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙә ойошторолған эҙәрмәндәр хәрәкәте эшен юғары баһаланы һәм күптән түгел табылған Бөйөк Ватан һуғышы геройы миҙалын туғандарына тапшырҙы. Белоруссияның Витебск янында 1944 йылда батырҙарса һәләк булған Ишембай районынан һалдат Басир Рәхимовтың “Батырлыҡ өсөн” миҙалы ул. Был миҙалды бөгөн уның ейәне Наил Рәхимовҡа һәм ейәнсәре Рима Ғәббәсоваға тапшырҙылар.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына әүҙем ярҙам күрһәтеү дауам итә. Был Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған стратегик курсҡа тап килә. Яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө - хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнашыусыларҙың да, хеҙмәт тылына үҙ өлөшөн индергәндәрҙең дә дөйөм милли берҙәмлеген һәм батырлығына хөрмәт күрһәтеү символы.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы эшенең юғары күрһәткестәре федераль кимәлдә билдәләнде, был уның Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе статусын раҫлай. Беҙ 15 меңдән ашыу гражданға, шул иҫәптән ветерандарға, уларҙың ғаилә ағзаларына һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Был ярҙамды республиканың бөтә район һәм ҡалаларында комплекслы оҙатыуҙы тәьмин иткән 120 социаль координатор күрһәтә. Фонд филиалы геройҙарыбыҙҙың һәм уларҙың яҡындарының төбәк һәм федераль дәүләт ярҙамы сараларын алыу өсөн төп “инеү нөктәһе” булып тора.
Башҡортостанда геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү системаһы социаль, медицина, психологик һәм профессиональ реабилитацияны, шулай уҡ хоҡуҡи ярҙамды, ҡайтанан уҡытыуға һәм эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеүҙе үҙ эсенә ала. Был - Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында иң комплекслы һәм төрлө яҡлы ярҙам программаларының береһе. Сараларҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән төп йөкләмәһенә тап килә, иғтибарҙы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ихтыяждарын тәьмин итеү һәм дөйөм еңеүгә өлгәшеү менән бәйле бурыстарҙың мөһимлегенә йүнәлтә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.