

Илдар һәр ваҡыт яуҙа үҙе менән Башҡортостан байрағын ғорур йөрөткән. Бер ваҡыт ул байраҡ кейемдәре менән ҡуша янып юҡҡа сыға, был хәлгә егет бик көйөнә. Илһөйәрлек уның ҡанында шул: уның Хәсән менән Әҡсән олаталары ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән батырҙар булып, үҙҙәре хаҡында яҡты хәтер ҡалдырған.
Илдар Ансар улы Исламов 1994 йылда Әбйәлил районы Туйыш ауылында тыуған. Байым урта мәктәбендә, артабан Сибай ҡалаһының 24-се политехник лицейында уҡый. Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәтен үтәгәндән һуң, һөнәр алып сығып, Краснодар крайына эшкә китә. МХО башланғас та, 2022 йылда, мобилизациялана. Саҡырылыусылар араһында иң бәләкәйе ул булғанға, Илдарға “Братишка” позывнойы йәбешә. Луганск өлкәһендә хеҙмәт итә ул. Һуңынан уларҙы Донецк өлкәһенә ташлайҙар. Беренсе тапҡыр 2023 йылда Бахмут янында яралана. “Беҙҙе дрон камикадзе ҡыуып етте. Мина ярсыҡтары арҡама эләкте. Яраланған килеш ялан госпиталенә саҡ барып еткәйнек”, – тип хәтерләй Илдар.
Дауаланып алғас, тағы хәрби заданиеға ебәрелә. Быныһында инде үтә етди яра ала – “лепесток”ка баҫып, һул аяғының табанын юғалта. 2-се төркөм инвалиды тип ҡуялар. Илдар Санкт-Петербургтағы хәрби госпиталгә эләгә. Бында ла уны Башҡортостандан Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Красный Октябрь” хәрби-сәнәғәт комплексында эшләгән “Ярҙам итәйек!” (“Поможем!”) ирекмәндәр төркөмөнә ойошҡан яҡташтарыбыҙ килеп таба һәм хәлдәренән килгәнсе ярҙам итә. Илдар шуға ла уларға, бигерәк тә Лариса Өмөтбаеваға рәхмәтле. Тәүге яра алғандан һуң, штурмлауҙа ҡылған батырлығы өсөн Илдар Ансар улы Суворов миҙалы менән наградланған.
Улы йөрөп ҡайтҡас, уның атаһы ла МХО-ға юллана. “Ислам” позывнойын алған яугир “Әхмәт” ирекмәндәр отрядында дүрт ай контракт буйынса хеҙмәт итә. Ансар Иҡсан улы "Курск һуғышында ҡатнашыусы" миҙалы менән наградланған. Әлеге ваҡытта ул иҫән-һау ҡайтып, Магнитогорск цемент заводында эшләй йөрөй. Әсәһе Зөлфиә Әғзәм ҡыҙы – ғаиләләге яугирҙәре менән бер рәттән һынауҙарҙы күтәреп сыҡҡан, ғәзиздәренә үҙенең хәстәрлеге, һөйөүе менән терәк-таяныс булған ныҡлы ҡатын. Зөлфиә апайына ла рәхмәтле Илдар. Әлеге ваҡытта улар апайы менән Өфө ҡалаһында төпләнгән.
Илдар һәр ваҡыт яуҙа үҙе менән Башҡортостан байрағын ғорур йөрөткән. Бер ваҡыт ул байраҡ кейемдәре менән ҡуша янып юҡҡа сыға, был хәлгә егет бик көйөнә. Илһөйәрлек уның ҡанында шул: уның Хәсән менән Әҡсән олаталары ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән батырҙар булып, үҙҙәре хаҡында яҡты хәтер ҡалдырған.
–Ике туған ҡустыларым да әлеге ваҡытта – алғы һыҙыҡта. 20 генә йәшлек бер туғаным әле яраланып, госпиталдә дауалана, ә уның атаһы, үкенескә күрә, МХО-ла вафат булып ҡалды, – ти ул.
Илдарҙың хыялы – артабан да тыуған төйәгенә хеҙмәт итеү, юғары белем алыу, матур ғаилә төҙөү, илһөйәр балалар үҫтереү.
Илдар, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ. Һин булдыраһың. Тик алға!
Фотолар шәхси архивтан.
Һүрәттәрҙә: Илдар Исламов Башҡортостан байрағын яуҙа ғорур йөрөткән; Бына ул батырға көс биргән байраҡ; Илдарҙың атаһы Ансар Иҡсан улы; уға бирелгән миҙал һүрәте.