Геройҙар дәүере
26 Февраль , 06:12

“Белем” йәмғиәте “Башҡортостан геройҙары” өсөн лекциялар үткәрә

Уҡыуҙарҙы, Рәсәй мәғрифәтселек йәмғиәте менән хеҙмәттәшлектә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһы ойоштора

“Белем” йәмғиәте “Башҡортостан геройҙары” өсөн лекциялар үткәрә“Белем” йәмғиәте “Башҡортостан геройҙары” өсөн лекциялар үткәрә
“Белем” йәмғиәте “Башҡортостан геройҙары” өсөн лекциялар үткәрә

Мәғариф ойошмаһы лекторҙары «Башҡортостан геройҙары» проектының өсөнсө модуль уҡыуҙары барышында программаның финалсылары менән осраша. 11 көн буйы хәрби хеҙмәткәрҙәр республика һәм муниципаль идара итеү темаһын тәрән өйрәнә. Улар биләмәләрҙе үҫтереү, Башҡортостандың социаль һәм йәштәр сәйәсәтен, башҡа мәсьәләләр буйынса белемен арттыра.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙың бурысы – уҡытыу, стажировка үтеү һәм остаздар менән эшләү барышында алған бөтә мәғлүмәтте мөмкин тиклем төплөрәк үҙләштереү. Ә һуңынан ошо белемгә, шулай уҡ үҙ тәжрибәһенә таянып, республиканың идара итеү командаһында эшләй башларға мөмкин.

Әйтергә кәрәк, осрашыуҙар “Белем. Лекторий” проекты буйынса үтә. Был – “Белем” йәмғиәтенең мәғрифәтселек проекты, уға ярашлы, Рәсәй Федерацияһының һәр төбәгендә төрлө – микробиологиянан һәм физиканан алып оҫталыҡты үҫтереүгә тиклем арналған темаларға лекциялар үткәрелә: Һәр субъект тап үҙ халҡы өсөн мөһим булған йөкмәтке буйынса эшләй ала. Лекциялар ваҡытында йәштәр эксперттарға һорауҙар биреү һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү мөмкинлегенә эйә була.

Фото: "Белем" йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас