

Махсус хәрби операция ветерандарын тыуған ерҙәрендә яҡындары зарығып көтә. Әммә осрашыу бәхете менән борсолоу, стресс, депрессия ла килә. Ҡәҙерле кешеңде был хәлдән сығарыу, уға йәшәү өсөн көс биреү, тормошҡа ҡайтарыу, эшкә урынлаштырыу мәсьәләһендә Мәләүез ҡалаһының “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, райондың кадрҙар үҙәге ярҙамға килә.
Ошо көндәрҙә «Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Геннадий Ярославцев, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Альбина Арыҫланова, Мәләүез районы буйынса Кадрҙар үҙәге етәксеһе Юлиә Мырҙабулатова эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү маҡсатында махсус хәрби операция ветераны Басир Исхаҡов менән осрашты. Ветеран үҙенең мөмкинлектәре һәм буласаҡ эшенә теләктәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ хеҙмәт эшмәкәрлегенең сикләүҙәренә ярашлы эш урыны шарттары һәм талаптар тикшерелде. Осрашыу демобилизацияланған ирҙең хеҙмәт эшмәкәрлегендә яңы тормошҡа этәргес көс булыр тип ышанабыҙ.