Геройҙар дәүере
5 Марта , 12:00

Ватанға хеҙмәт: алғы һыҙыҡтағы яугирҙең өмөттәре

Беҙ уның менән ғорурланабыҙ

Ватанға хеҙмәт: алғы һыҙыҡтағы яугирҙең өмөттәреВатанға хеҙмәт: алғы һыҙыҡтағы яугирҙең өмөттәре
Ватанға хеҙмәт: алғы һыҙыҡтағы яугирҙең өмөттәре

Яҡташыбыҙ,  рядовой Альберт Алис улы Ғиләжев сығышы менән Салауат районының Мөрсәлим ауылынан. Өс йәшенән ата-әсәйһеҙ үҫә ул,  ике апайы бар.  25 йәшлек егет 2024 йылдың 22 ноябренән  махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2025 йылдың 28 ғинуарында Новотроицкое ауылы эргәһендә алғы һыҙыҡта урынлашҡан һалдаттарға аҙыҡ-түлек һәм боеприпастар алып китеп барғанда,  уның төркөмө ут аҫтына эләгә. Ҡыйын хәлдә лә егет ҡаушап ҡалмай, тыныс ҡалып, аныҡ командалар биреп, иптәштәрен ҡотҡара һәм алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителә.

Уның хаҡында төшөрөлгән «Беҙҙең геройҙар» фильмында башҡорт егете ҡыйыу көрәшсе итеп күрһәтелә: мотоциклы менән ул башҡалар барып етә алмаған ерҙәргә үтеп инеп, бик ҡатмарлы заданиеларҙы ла үтәп сыға, тиелә.  Видеояҙмала Альберттың 22 ноябрҙән Украинаны денацификациялау һәм демилитаризациялау буйынса хәрби операцияла ҡатнашҡанда бер нисә тапҡыр ҡыйыулыҡ, фиҙакәрлек күрһәтеүе,  Еңеүҙе яҡынайтыуға күп көс һалыуы хаҡында ла әйтелә.

2024 йылдың 22 декабрендә уға алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм боеприпастар алып барыу, яралыларҙы эвакуациялау бурысы йөкмәтелә. Ҡырыҫ һауа торошона, ул барырға тейешле нөктәгә юлһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, ул бойороҡто теүәл үтәп сыға. Альберттың мотоциклы снаряд ярсыҡтарынан күп тапҡырҙар зыян күрә, әммә хужаһының иғтибарлылығы, уны ҡарап ҡына йөрөтөүе, ваҡытында төҙөкләндерә алыуы  арҡаһында, ул  һынатмай. Альберттың тәүәккәллеге штурмовик төркөмдәренә алға барырға һәм Донецк Халыҡ Республикаһының Новотроицк ҡалаһының төньяғындағы алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ваҡытында ярҙам күрһәтергә булышлыҡ  итә. Ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.

Альберт әлеге ваҡытта аяғынан йәрәхәтләнеп, реабилитация үтә. Тиҙ арала көс туплап, кире яуҙаштары янына барырға өмөтләнә ул. Өмөттәре аҡланһын ҡыйыу егеттең. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ.

Гөлназ Ҡотоева.

Ватанға хеҙмәт: алғы һыҙыҡтағы яугирҙең өмөттәре
Ватанға хеҙмәт: алғы һыҙыҡтағы яугирҙең өмөттәре
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас