Бөгөн Иҫке Сибайҙа ауылдаштары - мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған бүлексә командиры кесе сержант Иҙрисов Урал Фазулла улы иҫтәлегенә бағышланған «Урал» милли йәйәнән уҡ атыу спорт клубын асыу тантанаһы үтте.
"Сарала Баймаҡ районынан һәм ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашты. Ауылыбыҙҙа милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡыусыларҙың оҫталығын камиллаштырыу, мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятыу, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Урал” клубы йылдан-йыл үҙ тирәһенә мәргәндәрҙе күберәк туплауын, был спорт төрөнөң ауылыбыҙҙа киң танылыуын теләйбеҙ", - тип яҙа иҫке сибайҙар.
Фото: https://vk.ru/album-227976299_310708382
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!