Геройҙар дәүере
14 Апреля , 10:25

Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!

Бөрйән районы Ҡолғана ауыл мәҙәниәт йорто ауыл китапханаһы менән берлектә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан МХО яугире Марс Зәкир улы Сәйфуллин –“Симба” менән осрашыу үткәргән. 26 йәшлек егет МХО башланғандан алып унда хеҙмәт итә, был уның тыуған яҡтарына ялға беренсе тапҡыр ғына ҡайтыуы түгел.

Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!
Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!

“Симба” – яңғыҙ биш бала тәрбиәләүсе Венера Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхованың берҙән-бер бөртөк улы. Атаһын ул бер ваҡытта ла күрмәгән. Ағаһы Ингелдең дә ғүмере аяныслы өҙөлгән. Әсәһе, яңғыҙ бағыуға ҡарамаҫтан, уланын һәм ҡыҙҙарын тәүфиҡлы, уңған, маҡсатҡа ынтылышлы итеп тәрбиәләгән. Марстың өс һеңлеһенең өлкәндәре Зинира Өфөлә балалар баҡсаһында эшләһә, кеселәре Гөлйөҙөм - 9-сы, Эльмира 7-се класта уҡый.

Марс  тәүҙә ауылдағы мәктәптә белем ала, артабан Стәрлетамаҡтағы В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатын тамамлай, аҙаҡ Белоретта 26-сы һөнәрселек училищеһында төҙөлөш балта оҫтаһы, паркетсы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Мәскәү ҡалаһында эске ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт итә.

“Симба”ның ике яҡтан да олаталары ҡурайҙа оҫта уйнай,  112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизиһы составында һуғышта ҡатнашҡан кавалеристар була. Әсәһе яғынан олатаһы Айса ла, атаһы яғынан Мәжит тә Украина ерҙәрендәге аяуһыҙ яу юлдарын үтә. Бөгөн килеп шул юлдарҙы Марс үтә.  

“Симба” тәьминиәт взводына эләгә, ремонт бүлексәһендә хеҙмәт итә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн Марс Зәбир улы РФ Оборона министрлығының II дәрәжә “ Хәрби фиҙакәрлек өсөн”, “ Батырлыҡ. Ҡаһарманлыҡ. Ҡыйыулыҡ” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Яугирҙең ялға ҡайтыуы хаҡындағы һөйөнөслө яңылыҡ менән  дуҫыбыҙ, Марстың әсәһенең апайы Сәйҙә Сәйәхова уртаҡлашты һәм фотолар ебәрҙе. “Беҙ  – Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы ҡыҙҙары. Венера  – кинйә һеңлебеҙ. Сәмәрә апайым менән Марсты күрергә Ҡолғонаға барҙыҡ. Уның сәләмәт тормош яҡлы булыуы, ялында әсәһенә көнкүрештә ярҙам итергә тырышыуы күңелде йылыта. Һеңлеләренә һәр яҡлап ярҙамсыл ул. Егетебеҙ әле өйләнмәгән. Иҫән-һау йөрөп ҡайтҡас, ғаилә лә ҡорор әле”, – ти Сәйҙә инәһе.

15 апрель “Симба” йәнә лә юлға сыға. Иҫән йөрөп ҡайтырға, әсәһенә, туғандарына терәк булып, тыныс тормошта гөрләтеп йәшәргә яҙһын ҡаһарманыбыҙға.

Һүрәттәрҙә: 1.“Симба”. Бөрйән районы Ҡолғана ауыл мәҙәниәт йортонда осрашыу. 2. Һалдат ҡайтыуы – ауылда оло байрам. Иң алда яулыҡлы – Марстың әсәһе, уның янында уның бер туған апайҙары Сәмәрә, Сәйҙә, Гөләндәм Тимерғәли ҡыҙы Шәғәлина – Ҡолғана ауыл хакимиәтенең хәрби иҫәп буйынса етәксеһе.  3. Ҡолғана филиалы етәксеһе Ҡәмәр Йәғәфәр ҡыҙы Яҡупова иптәше яңыраҡ Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланған Сәғит Мөхәмәтша улы менән Марсты күрергә килгән.

Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!
Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!
Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!
Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!
Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!
Имен-һау, еңеү менән ҡайт, “Симба”!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас