Геройҙар дәүере
14 Апрель , 13:45

Изге маҡсат берләштерә

Ирекмән, тимәк, үҙ ирке менән кешеләр мәнфәғәте өсөн хәрәкәт итә. Эҙләй, таба, уны мохтаж кешеләргә еткерә һәм шунан күңел ҡәнәғәтлеге таба. Бәлки, ул ҡәнәғәтлеккә генә ҡайтып ҡалмайҙыр, ә выждан ҡушыуы, йөрәк әмере һәм күңел талабылыр. Ошо хаҡта уйландым ирекмәндәр менән осрашыуҙан һуң.

Изге маҡсат берләштерәИзге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә

Яҙмышҡа яҙған һынау

“Юлдаш” радиоһы хәбәрселәре махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам итә. Үҙҙәренең эш хаҡынан өлөш сығарып, концерттар ойоштороп, унан килгән килемде туплап фронтҡа ебәреү уларҙың даими башҡарылған ғәмәлдәре. Бынан тыш улар Матбуғат йортонда маскировка селтәрҙәре үрҙе, бауырһаҡ, сәксәк һәм туҡмас әҙерләү буйынса 10-ға яҡын өмә үткәрҙе. Әлеге көндә улар яугирҙәргә ярҙам ойоштороу, һәләк булған ҡаһармандарыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында “Журналист-ирекмәндәр” төркөмөн булдырған. “Юлдаш” радиоһындағы Йәштәр үҙәгендә гуманитар ярҙам туплана. Ҡала һәм райондарҙағы хеҙмәттәш ирекмәндәр төркөмдәре менән бергәләп эшләй улар. Хәтер кисәләре Өфөлә, Балтаста үткән. Апрель аҙағында Учалыға юл тоторға ниәтләйҙәр. Мәктәптәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бергә "Батырлыҡ дәрестәре" лә улар ҡатнашлығында йәнле үтә. "Күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуға бер нәмә лә етмәй", – ти журналист-ирекмәндәр. Тәүге ошондай осрашыу Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында ойошторолған.

– Балаларҙы беҙҙең заман геройы, ысын патриот, етәксе, депутат һәм атай Рәжәп Арыҫланов менән таныштырҙыҡ. Әле баш ҡала мәғариф идаралығы менән бындай дәрестәрҙе башҡа белем усаҡтарында уҙғарыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ, һөйләшеү алып барабыҙ, – ти улар.

Кемдәр инә һуң “Юлдаш” радиоһы “журналист-ирекмәндәр” төркөмөнә? Уларҙың барыһының да яҙмышы махсус хәрби операция менән туранан-тура бәйле. Лилиә Фазулованың тормош иптәше фронтта, ул Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итә. Сәриә Рамазанованың бер туған ҡустыһы Рәсүл Ишдәүләтов фронтта һәләк булған. Ул, үҙе үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителгән. Динара Сафина кейәүе Динар Билаловты юғалтҡан. Гөлшат Имелбаеваның туғандары махсус хәрби операцияла ҡатнаша, үкенескә күрә, һәләк булғандары ла бар. Әнисә Муллағолованың улы шулай уҡ махсус хәрби операцияла. Зөһрә Арсаева тормош иптәше Рафиҡ Әхмәтшинды фронттан көтә. Күңел ҡушыуы буйынса йыйыла барыһы ла был төркөмгә.

Бәйләнештә социаль селтәрендә “Журналист-ирекмәндәр” төркөмө булдырылған. Унда “Беҙҙең ирекмән” конкурсы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Еңеүсеһе билдәле булғас, уға “Халыҡ ирекмәне” миҙалы тапшырыласаҡ һәм ул йәшәгән төбәктә слет ойоштороласаҡ. Барлыҡ ирекмәндәрҙе берләштереү, тәжрибә туплау, уның менән бүлешеү ҙә - уларҙың маҡсаттарының береһе.

Журналист-ирекмәндәр Республика медицина-генетика үҙәге табиптары менән берлектә "Сәләмәтлек" акцияһы иғлан иткән. Акция ваҡытында яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары был клиникала бушлай медицина тикшереүе үтә ала.
Шулай итеп, Журналист-ирекмәндәр төркөмө Еңеү өсөн берләште һәм Еңеү хаҡына алға бара.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Журналист-ирекмәндәр төркөмө "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең Йәмәғәт штабында фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ошо өлкәлә танылған ирекмәндәрҙе түңәрәк өҫтәлгә йыйҙы. “Йәншишмә” гәзите журналисы Зөһрә Хәкимова, һалдаттар өсөн әйберҙәр теккән Мәрфуға Аралбаева, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы вәкиле булараҡ мин, йырсы-композитор Флера Шәрипова, яугир ҡатыны Ирина Фәрхетдинова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина, шағирә Зөлфирә Ҡарағужина, госпиталдәрҙә ирекмән булып эшләп ҡайтҡан Зөһрә Бүләкова, яугирҙәр өсөн 3Д принтерҙа баҫып, төрлө ҡоролмалар эшләүсе, шулай уҡ мотоцикл һәм автомобилдәрҙе фронт өсөн ҡулайлаштырып ҡороп алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан, "Башҡорт Кулибины" исеме алған Шишмә районынан Ринат Рәхимов, уның яҡташтары Иҫке Ябалаҡлы ауылынан ирле-ҡатынлы Фирүзә һәм Фәнис Ҡотловтар - һәр беребеҙ тәжрибәбеҙ, уй-фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып ҡына ҡалманыҡ, киләсәккә яҡты пландар ҙа ҡорҙоҡ. Саранан тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тигән ышаныс менән таралыштыҡ. Журналист-ирекмәндәр бик кәрәкле эшкә тотонған, юлдары уң булһын, уларға тик уңыштар ғына теләйбеҙ. Улар беҙҙең баҫмабыҙға 2026 йылдың икенсе яртыһына ла яҙылды. “Башҡортостан” гәзитенең “Илһөйәр” махсус битен тыныс ҡына уҡып булмай, һәр сығарылышты  көтөп алабыҙ, хеҙмәттәштәребеҙгә яугирҙәр хаҡында кәрәкле мәғлүмәт еткереүҙәренә рәхмәт, ти улар.

Гөлназ Ҡотоева.

Автор фотолары:

Бына улар “Юлдаш” радиоһы журналист-ирекмәндәре төркөмөн төҙөүселәр.

Шишмәнән килгән ҡунаҡтар менән.

“Бәйләйбеҙ һәм сигәбеҙ” ирекмәндәре менән. Улар нәшер иткән йыйынтыҡ.

Ринат Рәхимов. Флера Шәрипова.

Осрашыуҙан һуң иҫтәлеккә фото.

 

Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Изге маҡсат берләштерә
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас