Геройҙар дәүере
26 Апреля , 03:00

"Башҡорт" – беҙҙең замандың ысын геройы

Яҡташыбыҙға 28 йәш. Ул сығышы менән Сибайҙан, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейын һәм Ишембай нефть колледжын тамамлаған.

"Башҡорт" – беҙҙең замандың ысын геройы"Башҡорт" – беҙҙең замандың ысын геройы
"Башҡорт" – беҙҙең замандың ысын геройы

Сығышы менән Сибай ҡалаһынан булған,  Өфөлә йәшәгән “Башҡорт” позывнойлы хәрби хеҙмәткәр дуҫтары менән махсус операция зонаһына хеҙмәт итергә киткән. Уның менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов осрашты.

Мэр һүҙҙәренсә, “Башҡорт” әрме сафында хеҙмәт итмәһә лә, Ватан һағына баҫҡан. Бындай етди ҡарарҙы ул дуҫтары менән бергә ҡабул иткән. Бер йыл эсендә хәрби хәрәкәттәр зонаһында ул штурм подразделениеһы яугиренән командирға тиклем юл үткән.

Яҡташыбыҙға 28 йәш. Ул сығышы менән Сибайҙан, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейын һәм Ишембай нефть колледжын тамамлаған.

“Ул Сибайҙа йәшәгән туғандарына бер нисә көнгә генә килде һәм Өфөгә ғаиләһе янына ҡайтырға ашыҡты, сөнки уны ҡатыны һәм йәш ярымлыҡ ҡыҙы көтә, — ти  Сергей Озерцов. — Герой булып тыумайҙар, ә булалар. “Башҡорт” – беҙҙең замандың ысын геройы”.

Ысынлап та махсус хәрби операция биләмәһендәге һәр яугир – ысын герой, батырлыҡ өлгөһө. Тиҙерәк һуғыш тамамланып, яугирҙәребеҙ ҡыҫҡа сроклы отпускыға түгел, ә яҡындары һәм ғаиләләре янына тиҙерәк ҡайтһын!

Сығанаҡ һәм фото: Сергей Озерцовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас