Ветеран яугир “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнаша

Ветерандар йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәтә.

Ветеран яугир “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашаВетеран яугир “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнаша
Ветеран яугир “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнаша

Артур Сәйетгәрәев – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы менән бүләкләнгән.

Ул 2022 йылдың сентябрендә Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының тиҙ яуап биреү махсус отряды составында Харьков өлкәһенең Балаклея ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша. 2025 йылдан - Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаһы, шулай уҡ “Башҡортостан геройҙары” төбәк программаһында ҡатнашыусы.

МХО ветераны яңыраҡ Башҡортостандың Премьер-министр урынбаҫары спорт министры Руслан Хәбибов менән осрашып, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан геройҙары” проекты февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән “Геройҙар ваҡыты” федераль башланғысының төбәк дауамы булараҡ эшләй башланы. Программала ғәмәлдәге һәм демобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша.

 

Фото: “Башҡортостан геройҙары” проектының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас