

Ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фларид Бирғәлиндең концерты уҙҙы.
Фларид хәрби хеҙмәттә лә ижад юлын һайлай. Мобилизация буйынса Ленинград хәрби округының I фронт ижади бригадаһында хеҙмәт итә, унда үҙенең ижады менән хеҙмәттәштәренең рухын күтәрә.
Был кистә артист тамашасылары алдында йырсы булараҡ йөрәк түренән сыҡҡан моңло йырҙарын бүләк итте.
“Мин ижад итә алам, һеҙгә йырҙарымды йырлай алам – тимәк, мин йәшәйем, ғүмеремдең иң бәхетле миҙгелдәрен кисерәм!” – тип үҙенең хистәре менән уртаҡлашты йырсы.
Концертта Фларид Бирғәлин тамашасыларға популяр хиттарын («Алға бар», «Күп көс кәрәк», «Йәш егеттәр дәррәү күтәрелде», «Көтсө, иркәм», «Ҡурай», «Сәйә тәме», «Үтә бит ул») башҡарҙы, шулай уҡ «Осрашыу» йырының премьераһын тәҡдим итте. Уның башҡарыуында яңғыраған башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды халыҡ яратып ҡабул итте.
Махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған балет артисы Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә бағышланған «Өмөт менән киттең ҡайтам тиеп» йырын бөтә зал аяҡ үрә баҫып тыңланы.
Кисәнең махсус ҡунағы — «Бишбармаҡ» оркестры халыҡты бейетеп, концертҡа байрам кәйефен бүләк итте.
Тамашаны хореография коллективтары - «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Эдельвейс» кордебалеты үҙҙәренең сағыу сығыштары менән биҙәне, концерттың театрлаштырылған өлөшөндә «Сулпан» балалар театры артистары ҡатнашты.
Концертты сәхнәгә сығарыусы ижади төркөм: режиссер — Динис Ширмаев, сценарий авторы — Динара Ҡәйүмова, компьютер графикаһы рәссамы — Артур Сайфетдинов, яҡтылыҡ буйынса рәссам— Рөстәм Ғиззәтуллин, тауыш операторы — Ғайсар Моратов.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай концерт-театр берекмәһенән бер төркөм артистар махсус хәрби операция башланғас та өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яу биләмәһенә киткән ине. Улар араһында йырсы Фларид Бирғәлин дә бар.
Сығанаҡ һәм фото: Сибай концерт-театр берекмәһе.