Ҡорғаттар батырҙарын онотмай

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Фуат Яруллиндың әсәһе Фәзилә Рәүетдин ҡыҙына, Алмас Әфләтүновтың ҡыҙы Лилиәгә бирелде.

Ҡорғаттар батырҙарын онотмайҠорғаттар батырҙарын онотмай
Ҡорғаттар батырҙарын онотмай

Мәсетле районының Ҡорғат ауылында тулҡынландырғыс ваҡиға булды: яҡташтары – махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Алмас Әфләтүнов менән Фуат Яруллинға мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала яугирҙәрҙең тормош юлы тураһында һөйләнеләр. Уларҙың һәр береһе Тыуған иленең лайыҡлы улы булған, Ватаны өсөн ғүмерен аямаған.

Мәсетле районы Советы секретары Владимир Новоселов, урындағы мәктәптең элекке директоры Сәғит Саяров, Ҡорғат ауылы ветерандары советы рәйесе Рәйес Юнысов сығыш яһаны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Эдуард Хажиев сарала ҡатнашты.

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Фуат Яруллиндың әсәһе Фәзилә Рәүетдин ҡыҙына, Алмас Әфләтүновтың ҡыҙы Лилиәгә бирелде.  Артабан сарала ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалды. Ҡорғат мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡтар өсөн концерт ҡуйҙы һәм пьеса сәхнәләштерҙе. Ошо уҡ көндө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә лә сәскә һалдылар.

 

Сығанаҡ, фотолар: Мәсетле районы хакимиәте.

Ҡорғаттар батырҙарын онотмай
Ҡорғаттар батырҙарын онотмай
Ҡорғаттар батырҙарын онотмай
Ҡорғаттар батырҙарын онотмай
Ҡорғаттар батырҙарын онотмай
Ҡорғаттар батырҙарын онотмай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас