

Стәрлетамаҡ районынан махсус хәрби операция ветераны, “Башҡортостан геройҙары” программаһының финалына сығыусы Василий Дудник “Юриспруденция” программаһы буйынса ҡайтанан һөнәри әҙерлек буйынса диплом алды. Василий Юрьевичтың эшенең темаһы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе - Башҡортостан Республикаһында юл тармағы үҫеше нигеҙе” тип аталған.
Башҡортостан Республикаһы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһында дипломдарҙы тантаналы рәүештә тапшырҙылар. Алынған белем республика мәнфәғәте өсөн ышаныслы нигеҙгә әүереләсәк.
Әйткәндәй, “Башҡортостан геройҙары” программаһының 36 финалсыһы һөнәри йәһәттән ҡабаттан әҙерлек буйынса дипломдар алды. Улар ике программа буйынса уҡыуҙы уңышлы тамамланы.
28 кеше “Юриспруденция” программаһын үҙләштерҙе. Улар араһында Мәжит Байдәүләтов, Заһир Вәлиев, Илдар Вәлиев, Василий Власов, Вячеслав Евстифеев, Рәмил Ибраһимов, Илнур Ҡарабулатов, Рөстәм Кәримов, Ленар Лоҡманов, Азамат Мөхәмәтов һәм башҡалар бар.
Һигеҙ финалсы “Халыҡты һәм хеҙмәт коллективтарын психологик консультациялау” программаһы буйынса белем алды. Улар - Марк Баженов, Радик Закирйәнов, Александр Илтуғанов, Олег Конев, Игорь Прозоров, Фәдис Сәғитов, Павел Степанов, Рифат Хужағәлиев.
Фотолар, сығанаҡ: Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!