Елена Давыдова, Ирина Сычкова ойошторған ирекмәндәр хәрәкәтендә битараф булмаған өс тиҫтәнән ашыу хаҡлы ялдағы апай-ағай иҫәпләнә.
Битараф ҡалмаған яҡташтар еңеүгә үҙ өлөшөн индерә: кемдер шапка, толстовка, балаклава, носилка тегә, шәм әҙерләй.
“Маска сеткаһын үрергә ике сменаға бүленеп, кемдер төшкә ҡәҙәре, кемдер төштән һуң килеп эшләй. Беҙ үргән септәләр һаны йөҙҙән ашып китте ”, - ти 74 йәшлек Тәскирә Архипова.
Шул уҡ ваҡытта госпиталгә постель кәрәк-ярағы, футболка, трико кеүек кейем туплау ҙа дауам итә. Яҙ етеү менән резина итек, талпандан һаҡланыу саралары ла кәрәклеге аңлашыла. “Барыһын да алдан уйлап эш итергә тырышабыҙ”, - ти ойоштороусыларҙың береһе Ирина Владимировна.