Әбйәлил районынан бер туған Ҡунаҡҡоловтарҙың тормош-көнкүреше, яңылыҡтары тураһында быға тиклем дә яҙғаныбыҙ бар. Нәҫел сиренә дусар булған инвалидтарға бихисап кешеләр ярҙам күрһәтте. Һөҙөмтәлә уларҙың тормошонда бик күп ыңғай үҙгәрештәр булды: йорттарына һыу, газ үткәрелде, башҡа изге эштәр башҡарылды.
Ҡунаҡҡоловтарға иң ҙур ярҙам күрһәтеүселәр тип яҡташтары - әүҙем йәмәғәтсе Идиә Ғәлимова менән журналист Рәмзиә Кәримованы атарға булалыр.
Бөгөн уларҙың берҙәм тырышлығы менән Ҡунаҡҡоловтар Өфөгә ҡунаҡка килде. Идиә Ғәлимова оҙатып килеүсе булһа, саҡырыусы һәм ойоштороусы - Башҡортостан юлдаш телеканалының журналисы Рәмзиә Кәримова. Ул был изге башланғыс тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне.
“Ҡунаҡҡоловтар бөгөн Өфөлә ҡунаҡта! Ике йыл элекке ниәтем тормошҡа ашты! 2021 йылда тәү күргәндә гармунда һыҙҙырғандарын ишеткәс "эх, ошо егеттәргә театр күрһәтһәң ине" тип уйлағайным. Тик ул ваҡытта "Ҡунаҡҡоловтар тарихы" ике йылға һуҙылыр тип башҡа ла килмәне. Сенсор телефон алып бирәм тип башлаған репортаж дауамлы булды. Әммә хәҙер үҙемә ҡуйған 10 пункт ярҙамдың (һыу, канализация, газ, санузел, кер йыуыу машинаһы, инвалидлыҡ, бушлай коляска, ағас-таҡта, телефондар, аҡсалата ярҙам, документтар) осона сыҡтыҡ! Ошо эштәрҙе башынан аҙағына тиклем бергә атҡарышҡан Идиә апай менән Зиннур ағай Ғәлимовтарға рәхмәт! Егеттәргә уңайлыҡтарҙың мәнфәғәтен күреп оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Ярҙам ҡулы һуҙған һәр берегеҙгә рәхмәтлемен (Азат Бадранов, Илшат Тажетдинов, Марат Шәрәфетдинов, Ленара Иванова, Илдар Таһиров, Илнур Юлдыбаев, Айтуған Фәттәхов һәм ихлас, мәрхәмәтле халҡым) ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын!
Бөгөн иһә беҙҙең ҙур ғаиләбеҙҙә күңелле ваҡиға - Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, Ете ҡыҙ һәйкәленә экскурсия, Башҡортостан Милли музейы менән танышыу һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Бәхет хаҡы" спектакле! Иң иҫтәлекле мәл - Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилевтән егеттәргә бүләккә ҡиммәтле гармун! Рәйес ағай репортаж эфирға сыҡҡан минутында уҡ шылтыратып тәүге телефонды ла бүләк иткәйне. Ә музейҙа экскурсия һәм спектакль өсөн яҡташтарым, Әбйәлилдең шәп егеттәре Рөстәм Исхаковҡа һәм Иршат Фәйзуллинға, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына оло рәхмәт! Транспорт менән ярҙам иткән Әбйәлил районы хакимиәтенә, бензин, ашау-эсеү сығымдарын үҙ өҫтөнә алған тормош иптәшем Илдар Байбулатовҡа ҙур рәхмәт!
Хыялдар тормошҡа аша, бары тик ышанырға кәрәк! Эшем бөтһә, Йәнекәйгә барып Ҡунаҡҡоловтарҙа ҡорбан ашатырмын тигән уйым да бар ине! Аллаһы Тәғәлә ул ниәтемде лә үтәргә насип итһен!“
Рәмзиә Кәримова фотолары.