Бөтә яңылыҡтар

Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән

Уҡыусылар яугирҙең әсәһенең ишек алдын ҡарҙан таҙартҡан.

Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән
Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән

Эргә-тирәбеҙҙә төптө таныш булмаған кешеләргә изгелек ҡылған кешеләр һаны бермә-бер артты. Кемдер үҙҙәренең был аҙымын социаль селтәргә төшөрөп һала. Яҡшы ҡылыҡты башҡалар ҙа эләктереп ала.

Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары педагог Илдар Тайыпов етәкселегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең әсәһенең шәхси йорт ишек алдын ҡарҙан таҙартырға ярҙам иткән.

Алексей 2022 йылдың 27 сентябрендә мобилизацияланған, Һарытау ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән. Яугир  былтыр йәй алышта ҡаты яраланып, госпиталдә ята. Яугирҙең әсәйе Светлана Смирнова ҡала ирекмәндәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған ҡарт әсәйе менән йәшәй.

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты ирекмәндәре Илдар Хөрмәт улы, шулай уҡ ҡаланың ветерандар советы рәйесе, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы рәйесе Муаед Мәмбәтов менән берлектә  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Архип Григорьевич Ермаковты ла Яңы йыл байрамы менән ҡотлаған, күстәнәстәр тапшырған. Ветеран бөтә ҡунаҡтарҙы ла шатланып ҡаршы алған. Балалар ветерандың хәрби һәм хеҙмәт юлы менән ҡыҙыҡһынған.

Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән
Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән
Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән
Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән
Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән
Күмертау ирекмәндәре мобилизацияланғандар ғаиләһенә ярҙам иткән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: