Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Эмиль исемле малайҙың теләген тормошҡа ашырған.
Бөтә Рәсәй «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһы нисәнсе йыл инде барыһын да изге эштә берләштереп, ярҙамға айырыуса мохтаж булған балаларҙың хыялын тормошҡа ашыра.
- Ҙур теләк менән быйылғы хәйриә акцияһында ҡатнаштым.
Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе алты йәшлек Эмиль Әхмәтовтың хыялын тормошҡа ашырып, уға синтезатор бүләк иттем. Эмиль музыка менән ҡыҙыҡһына, синтезаторҙа уйнарға ярата. Хыял иткән бүләген алған баланың ҡыуанысын күреп, бындай проекттарҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлайһың. Эмилдең Яңы йыл байрамын икеләтә ҡыуаныслы итә алыуыма бик шатмын, - ти район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.
“Таң” гәзите сайтынан.