Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Апрель 2025, 19:00

"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә

Башланғыстың төп маҡсаты төрлө ауылдарҙа, ҡалаларҙа тыуып үҫкән кешеләрҙең үҙенең атайсалына – кесе Ватанына төрлө йүнәлешле ярҙам күрһәтеүенә ҡайтып ҡала. 

"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә

Проект нисек башланды?

“Атайсал” проектына 2021 йылдың 1 мартында старт бирелде. Был хаҡтағы идеяны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәгенә – Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәренә барғанында әйткәйне. Артабан проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса эш кәңәшмәләре үтте, уның положениеһы раҫланды. Башланғыстың төп маҡсаты төрлө ауылдарҙа, ҡалаларҙа тыуып үҫкән кешеләрҙең үҙенең атайсалына – кесе Ватанына төрлө йүнәлешле ярҙам күрһәтеүенә ҡайтып ҡала. Бөгөн инде проект изге йөрәкле, үҙенең тыуған төйәген ысын күңелдән яратҡан кешеләрҙе берләштергән, йәшәгән төйәгебеҙҙе йәмлерәк итеүгә булышлыҡ иткән киң ҡоласлы эшмәкәрлеккә әйләнде.

Ниндәй эштәр башҡарыла?

“Атайсал” проекты ете йүнәлештәге эштәрҙе берләштерә.

Тәүгеһе мәҙәни мираҫ объекттарына ҡағыла. Бында һүҙ һәйкәлдәрҙе, обелискыларҙы һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы реставрациялау, яңыларын төҙөү тураһында бара.

Икенсе йүнәлеш – спорт саралары уҙғарыу, уларға ярҙам күрһәтеү; спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, төҙөү; спорт командаларына ярҙам итеү, уларға кейем, ҡорамал һатып алып биреү; тренерҙарға, спортсыларға булышлыҡ күрһәтеү, спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә өлөш индереү.

Өсөнсөһө – дини объекттарға – ҡорамдар, мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөүгә, булғандарын төҙөкләндереү эштәренә бәйле.

Артабанғы йүнәлеш йәмәғәт биләмәләренә ҡағылышлы. Проектта ҡатнашыусылар мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт усаҡтарына ярҙам күрһәтә, парктарҙы, ял биләмәләрен рәтләүгә үҙ өлөшөн индерә.

Тәбиғәтте һаҡлау, йәнлек-януарҙарға ярҙам итеү эшенә ҡушылырға теләүселәр ҙә “Атайсал” проектында ихлас ҡатнаша. Улар шишмә буйҙарын төҙөкләндерә, зыяраттарҙы тәртипкә килтерә, шулай уҡ хайуандарға тәғәйенләнгән приюттар төҙөүгә өлөш индереүселәр ҙә бар.

Теләге булғандар урындарҙа халыҡ ҡатнашлығында төрлө ҡыҙыҡлы саралар – акциялар, күргәҙмәләр, фестивалдәр ойоштора йәки уларҙы үткәреүгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

Китаптар нәшер итеү, ауыл китапханаларының фондын байытыуға булышыу, сәнғәт һәм кино, әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһенә ҡағылышлы башланғыстар айырым йүнәлешкә берләшкән.

Нисек ҡатнашырға?

Проектта ҡатнашыу өсөн “Атайсал” проектының сайтында шәхси кабинет асып теркәлергә. Сайтта бирелгән ғаризаны тултырып, үҙ проектыңды тәҡдим итергә. Башланғысыңды тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ бурыстарҙы ваҡытында үтәргә кәрәк. Тәҡдим ителгән проект аныҡ эште күҙ уңында тоторға тейеш, мәҫәлән, мәсет төҙөү, балалар майҙансығы булдырыу, китап нәшер итеү һ.б.. Башланғыстың билдәле ваҡыт арауығында, иң күп тигәндә бер йыл эсендә тормошҡа ашырылыуы шарт. Әгәр проект талаптарға яуап бирмәһә, уны тормошҡа ашырырға рөхсәт бирелмәй. 

Ҡатнашыусылар үҙ проектын тәҡдим итә йәки бығаса теркәлгән башланғыстарға ҡушыла, был эшкә тыуған төйәгенең тормошона битараф булмаған фекерҙәштәрен, яҡташтарын йәлеп итә ала. Үҙең ҡатнаша алмаған хәлдә лә, финанс ярҙамы күрһәтергә мөмкин.

Аныҡ эштәр

Республика муниципалитеттары араһында “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар һәм ғәмәлгә ашырылған башланғыстар иҫәбе буйынса алдынғылар рәтендә Краснокама районы ла бар. 2021 йылдан алып бөгөнгәсә порталда был төбәккә ҡағылышлы 2573 проект теркәлгән һәм был эш уңышлы дауам итә. 

– Киң даирәле башланғыста районыбыҙҙың барлыҡ халҡы әүҙем ҡатнаша тип әйтһәк тә, арттырыу булмаҫ. Иң ҙур проекттар араһынан Троице-Никольск ҡорамын төҙөкләндереүҙе, княгиня Елизавета Федоровна Романоваға һәйкәл ҡуйыуҙы билдәләргә мөмкин. Был изге эштәр меценат Андрей Юрьевич Ковшов ярҙамында тормошҡа ашырылды. Иҫке Йәнйегет ауылынан Сәғирйән Сөләймән улы Шәйхиразиев тыуған ауылында атаһының яҡты иҫтәлегенә мәсет төҙөттө. Валерий Григорьевич Тетерев  мәктәп ихатаһында ял урыны булдырҙы, белем усағына картиналар бүләк итте. Яңы Йәнйегет ауылынан Рәмис Рәмзит улы Ғәлиев, тыуған ауылындағы шишмәне төҙөкләндереп, халыҡты ҡыуандырҙы. Яҡташтарыбыҙ тарафынан башҡарылған изге эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел, – ти район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика секторы мөдире Зәлиә Ғәлиева.

Тормошҡа ашырылған проекттар иҫәбе буйынса район Советы депутаты, эшҡыуар Айрат Мортазинға етеүсе юҡ. Уның иҫәбендә – 120-нән ашыу башланғыс.

– Берҙәмлек – ҡаныбыҙға һеңгән, бала саҡтан тәрбиәләнгән сифат, сөнки ауыл халҡы элек-электән бөтә ҙур эштәрҙе өмә менән башҡарған. 2007 йылда уҡ Яңы Аҡтанышбаш ауылында берҙәм көс менән иҫке китапхананы мәсет итеп үҙгәртеп төҙөгәйнек. Ә “Атайсал” проекты тағы ла күберәк матур башланғыстарға юл асты. Балалар баҡсаһына, мәктәпкә ярҙам итеүҙе изге бурысым тип һанайым. Ауыл халҡы менән МХО яугирҙәренә ярҙам итәбеҙ, мәҫәлән, өс “УАЗ” автомобиле оҙаттыҡ. Һәр башҡарған эш күңелгә рәхәтлек бирә, һине тағы ла ҙурыраҡ башланғыстарға тотонорға дәртләндерә, – ти Айрат Мирҡәләм улы.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Фотоларҙа: "Атайсал" форумында ҡатнашыусылар һәм республика райондарында "Атайсал" проектына ярашлы башҡарылған эштәр. 

"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
"Атайсал" берләштереү көсөнә эйә
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас