"Республикабыҙҙа тыуған яҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Атайсал» программаһы бар. Бында тап шундай проекттарҙың береһе өлгөһөн күрергә була. Бында тыуған Кийко ырыуы вәкилдәре бәләкәй тыуған иленә бик һаҡсыл ҡарай, уның өсөн күп эшләй. Бөгөн беҙ мемориаль комплекс астыҡ, ғибәҙәтхана тап ошо ғаилә аҡсаһына төҙөлгән. Бындай миҫал һәр төрлө ихтирамға лайыҡ. Был ауылда үҙ телен, йолаларын һаҡлаған украин милләте халҡы йәшәй. Беҙ хәҙер заманса украин мәҙәни үҙәген төҙөү өсөн урын эҙләйбеҙ, был майҙансыҡты ла ҡарайбыҙ. Беҙҙең бурыс - Башҡортостан халыҡтары дуҫлығын артабан да һаҡлап ҡалыу”, - тине үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин үҙ нәүбәтендә Башҡортостанға һөйөүен белдерҙе. «Башҡортостанда мин бер нисә тапҡыр булдым. Республика ҡатмарлы ваҡытта ла динамик үҫешә. Бөгөнгө сараны үҙәк телевидениела һәм интернетта Украина өсөн күрһәтергә теләр инек. Минең унда бик күп дуҫтарым ҡалды, әммә хәҙер улар менән аралашыу күпкә ҡатмарлыраҡ. Беҙ улар менән түгел, ә нацистарға ҡаршы көрәшәбеҙ. Һәйкәлгә һәм сараға килгәндә, әгәр һәр кеше, ниндәй дәрәжә биләүгә ҡарамаҫтан, үҙенең тыуған ауылын, тамырҙарын онтомаһа, беҙҙә һәр ваҡыт бөйөк ил буласаҡ», - тине ул.
https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fglavarb.ru%2Fru%2Fnews%2Fevent%2Fnasha-zadacha--sohranyat-druzhbu-narodov-bashkortostana--radiy-habirov-77704%2F&utf=1