Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
9 Ноябрь 2022, 14:36

Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән

Әҙер әйберҙәрҙе Белгород өлкәһенә хәрбиҙәргә ебәрергә ниәтләйбеҙ

Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән

Стәрлебаш ауылы эшҡыуары Зифа Хәмиҙуллина ҡыҙы Эльвира менән мобилизацияланған ир-егеттәргә үҙҙәре генә ярҙам итеп ҡалмай, тотош команда туплауға өлгәшә.
Таныу бәйләместәре (повязка) һәм флистан балаклавалар тегеп әҙерләй башлаған әсәле-ҡыҙлы, “Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ” Бөтә Рәсәй ирекмәндәр хәрәкәте хаҡында белеп ҡалып, уларға бәйләнешкә сыға. Ирекмәндәр флис туҡымаһы ебәрә. Был туҡыманан толстовкалар тегәләр. Ярҙам итергә теләгән башҡа ҡатындар ҙа табыла. Районда инициатив төркөм барлыҡҡа килә. Йыйылған аҡсаға йоҡо тоҡтары тегер өсөн кәрәкле туҡымалар менән тәьмин итәләр. Битараф булмағандар күбәйеү сәбәпле, айырым бина эҙләп табалар. Һәр кем өйөнән теген машинкалары һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып килә. “Ваҡыттарына ҡарап, һәр тегә белгән кеше килеп ярҙам итә, өйҙәрендә лә тегеп, ойоҡбаштар бәйләйҙәр. Йылы эске кейем тегергә лә планлаштырабыҙ”, – тине Эльвира Хәмиҙуллина. Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, илебеҙҙәге тыныслыҡ хаҡына берләшеп, ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы!

Фото: Эльвира Хәмиҙуллина

Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Стәрлебаш ҡыҙҙары тыныслыҡ хаҡына берләшкән
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: