Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
30 Ноябрь 2022, 16:15

Фәнис Хөсәйенов яҡташтарының эргәһендә булыуы уға көс биреүен белдерҙе

Махсус хәрби операция биләмәһендә дошмандың бронетранспортерын урлаған Башҡортостан яугире буласаҡ яугирҙәргә кәңәштәр бирҙе.

Фәнис Хөсәйенов яҡташтарының эргәһендә булыуы уға көс биреүен белдерҙе
Фәнис Хөсәйенов яҡташтарының эргәһендә булыуы уға көс биреүен белдерҙе

 “Барс-17” батальоны яугире, махсус хәрби операция ваҡытында батырлыҡ күрһәткән Тәтешле районынан Фәнис Хөсәйенов белдереүенсә, ул һуғышҡа барырмын тип бер ҡасан да уйламаған. Ул был хаҡта Ильгиз Солтанморатовтың телеграмма каналында (“Уршак”) әңгәмәһендә һөйләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәнис Хөсәйенов сентябрҙә дошмандың бронетранспортерын урлаған. Яугир яңғыҙы Украина Ҡораллы Көстәренең бер нисә һалдатына ҡаршы тора, уларҙың бер өлөшөн юҡ итә һәм береһен әсиргә ала. Бынан тыш, ҡыйыу йөрәкле егет әсир командирҙы емереклектәр аҫтынан сығарып, урланған бронетранспортерҙа хәрби госпиталгә алып килә. Башҡорт яугирының ҡаһарманлығы комиксҡа бағышланған, уны “Алабарман Фанис” тип атағандар.

Илгиз Солтаморатов менән әңгәмә ваҡытында унан буласаҡ яугирҙәргә кәңәш биреүен һорағандар.

– Иң мөһиме – ыңғай ҡарашта булыу. Башҡа бер нәмә лә тәҡдим итә алмайым. Ул саҡта хәрби рух буласаҡ. Яуҙа һәр ваҡыт тирә-яҡҡа иғтибарлы ҡарарға һәм эргәңдә ышаныслы иптәштәр булырға тейеш, — ти Фанис Хөсәйенов.

Яугир әйтеүенсә, тәтешлеләр һәр ваҡыт бергә булырға тырыша һәм күп мәсьәләләрҙе бергә хәл итә.

– Батальон яугирҙәренең һыуы ла, ризығы ла юҡ тигән имеш-мимештәр йөрөй. Юҡ, был дөрөҫ түгел. Беҙҙең бөтәһе лә  яҡшы. Әлбиттә, бер мәл һуғышта булырмын, тип мин дә уйламағайным. Яңылыҡты телевизорҙан ҡараным. Әммә һуңынан хәрби комиссариатҡа барҙым. Тәүҙә мине алманылар. Әсәйҙәр беҙҙе өйҙә ятыр өсөн тапмаған, тип иҫәпләйем, — ти Фәнис Хөсәйенов.

Фәнискә һәм бөтә яугирҙәргә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: vk.com/uragan.shop.club

Фәнис Хөсәйенов яҡташтарының эргәһендә булыуы уға көс биреүен белдерҙе
Фәнис Хөсәйенов яҡташтарының эргәһендә булыуы уға көс биреүен белдерҙе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: