Яҡташыбыҙ кисә Андалағы Аконкагуа (бейеклеге - 6962 метр) тауына күтәрелә башлаясағы тураһында яҙған. Унда барып етеү өсөн ҙур араны ҡулдарында ғына үтергә кәрәк уға.
- Беҙ әле база лагерында. Бейеклектә булғанға баш ауыртыуҙы иҫәпләмәгәндә, хәлем яҡшы. Бәйләнеш юҡ, интернет насар эшләй. Иртәгә иң бейек түбәгә юлланабыҙ. Бәйләнештә ун көндәй булмай торам. Мине күҙәтеп, уңыштарыма һөйөнөп-көйөнөп тороусылар, һеҙҙең изге фатихаға таянам. Барыһы ла уңышлы тамамланып, хәүефһеҙ урынға килеп еткәс, яҙырмын. Юғалтмағыҙ, - тип белдергән ул үҙ блогында.
Маҡсатлы яҡташыбыҙҙың был ҡатмарлы үрҙе яулауына ла ышанабыҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.
Фото: шәхси архивтан.